

Республика журналистарының “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Һәр еңеүсе 300 мең һум премия аласаҡ.
Штаттан тыш һәм штаттағы авторҙар, нәшриәтселәр һәм төбәк киң мәғлүмәт саралары редакциялары традицион номинациялар буйынса ғариза бирә ала:
«Дөрөҫлөк»;
«Яуаплылыҡ»;
«Батырлыҡ»;
«Һиҙгер йөрәк».
Һәр береһендә – дүрт категория:
«Республика баҫма киң мәғлүмәт саралары»;
«Ҡала һәм район баҫма киң мәғлүмәт саралары»;
«Теле- һәм радиожурналистика»;
«Селтәр баҫмалары».
Жюри хөкөмөнә мәғлүмәти, аналитик, публицистик материалдар, теле- һәм радиотапшырыуҙар ҡабул ителә.
Быйыл «Социаль медиа тауышы» тигән яңы номинация барлыҡҡа килде, унда бер еңеүсе билдәләнәсәк. Унда ҡатнашыуға баҫылып сыҡҡан түбәндәге контент авторҙарын саҡыралар:
социаль селтәрҙәрҙәге шәхси сәхифәләрҙә,
мессенджерҙарҙағы автор каналдарында,
киң мәғлүмәт сараһы булараҡ теркәлмәгән автор каналдарында,
видеохостинг платформаларында, стриминг сервистарында, подкаст-терминалдарҙа һ. б.
2025 йылдың 1 сентябренән 2026 йылдың 31 авгусына тиклем баҫылған эштәрҙе тапшырырға мөмкин. Ғаризалар 1 сентябргә тиклем ҡабул ителә.
Бер ғаризала өс материалдан артыҡ булырға тейеш түгел.
Нисек һәм ниндәй форматта ғариза биреү тураһында Матбуғат агентлығы сайтындағы положениела уҡығыҙ: https://pressarb.bashkortostan.ru/documents/active/700052/
Белешмәләр өсөн телефондар: 218-16-88, 89018130585.
Фото: Матбуғат агентлығы.