Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
3 Февраль 2023, 18:15

Бер аҙым да артҡа сигенмәҫкә!

Сталинград алышындағы еңеүгә – 80 йыл

smotrim.ru
Фото:smotrim.ru

2 февралдә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, Сталинград һуғышында совет ғәскәрҙәренең немец-фашист илбаҫарҙарын тар-мар итеүенә 80 йыл тулыуҙы билдәләнек.

1943 йылдың 2 февралендә совет ғәскәрҙәре Сталинград янындағы алышта дошман ғәскәрҙәрен ҡыйрата. Сталинград алышы Бөйөк Ватан һуғышындағы иң ҙур ваҡиғаларҙың береһе була.

Рәсәйҙә совет ғәскәрҙәренең Сталинград һуғышында немец-фашист ғәскәрҙәрен тар-мар итеүенә арналған сараларҙа, һәр йылдағыса, Рәсәй Президенты үҙе лә ҡатнашты.

Гитлерҙың Сталинградҡа ынты­лыуының етди сәбәптәре була: СССР башлығының исемен йө­рөткән ҡаланы баҫып алыу; Мәскәү янында еңелгәндән һуң үс алыу һәм вермахт рухын күтәреү; бөтә СССР-ҙан Кавказды өҙөү; Сталинды Баҡы нефть ятҡылыҡ­тарынан мәхрүм итеү; Ҡыҙыл Армияны һәм совет сәнәғәтен яғыулыҡһыҙ, игенһеҙ һәм башҡа мөһим сы­ғанаҡтарһыҙ ҡалдырыу; Советтар Союзының көньяғындағы бөтә ауыл хужалыҡтарын үҙ контроленә алыу; Сталин исемендәге ҡаланы еңгәндән һуң, ул ваҡыттағы “шикләнгән” Төркиә һәм Японияны һуғышҡа йәлеп итеү.

Берлин фекеренсә, быларҙың барыһы ла Мәскәүҙе капитуля­цияланыуға мәжбүр итер ине. Тик Гитлерҙың уйы килеп сыҡмай... Ә Сталин 28 июлдә “Аҙым да артҡа сигенмәҫкә!” тигән 227-се бойороҡ сығара.

1942 йылдың июленән 1943 йылдың февраленә тиклем барған Сталинград һуғышында генерал­дарыбыҙ Рокоссовский, Ватутин һәм Тимошенко етәкселегендәге Ҡыҙыл Армия Паулюстан, Готанан, Манштейн ғәскәрҙәренән көслөрәк булып сыға һәм һуғыш барышын СССР файҙаһына үҙгәртә, вер­махтың һәм уның союздаш­тарының ҙур төркөмөн юҡҡа сығара. Был алышта ике яҡтан да һуғыштың төрлө этаптарында өс миллионға яҡын кеше ҡатнаша. Хәрби хәрәкәттәрҙең маҡсаттары, күләме һәм көсөргәнешлеге буйынса Сталинград һуғышы унан алдағы бөтә донъя тарихы алыштарын уҙып китә.

Был еңеүгә Башҡортостан да ҙур өлөш индергән. Волга буйындағы алыштарҙа БАССР-ҙа ойошторолған хәрби формированиелар ҡатнаша – 219-сы, 214-се, ­­­300-сө уҡсылар дивизиялары, 124-се уҡсылар бригадаһы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм 25-се брондивизия. Сталинград һуғышында Башҡортостандан 75 меңдән ашыу һалдат ҡатнашҡан.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын үҙ эсенә алған 8-се кавалерия корпусы алыштың икенсе этабында Көньяҡ-көнбайыш фронты составындағы алышта ҡатнаша.

“112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының тарихи кенәгәһендә” 1942 йылдың 26 ноябренән алып 1943 йылдың 6 февраленә тиклемге түбәндәге мәғлүмәттәр теркәлгән: “Дивизия өлөштәре 300 километрҙан ашыу арауыҡты алышып үтте, дошмандың 3 меңдән ашыу һалдатын һәм офицерын әсирлеккә алды һәм юҡ итте, 100-ҙән ашыу танкты, 500 машинаны ҡыйратты, әсирлеккә эләккән трофейҙар, биш хәрби ҡоралдар келәте, һигеҙ аҙыҡ-түлек һәм фураж келәтен ҡулға төшөрҙө”.

Ростов өлкәһенең Белая Калитва ҡалаһы эргәһендә "Үлемһеҙлек бейеклеге" мемориалы бар. Ул яҡташтарыбыҙға – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы лейтенанты Аннаклыч Атаев етәкселегендәге 8-се кавалерия корпусы яугир­ҙәренә арналған. 1943 йылдың ғинуарында Сталинград һуғы­шының һөжүм этабында беҙҙең 33 яугир, үҙ ғүмерҙәрен ҡорбан итеп, дошмандан яулап алынған мөһим бейеклекте һаҡлай. Лейтенант Атаев үлгәндән һуң уға Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Белая Калитва ҡалаһындағы мәктәпкә уның исеме бирелгән.

Сталинград һуғышы тамам­ла­ныуға 80 йыл тулды. Был – Бөйөк Ватан һуғышы барышындағы төп хәл иткес алыштарҙың береһе. Унда ике яҡ та миллионға яҡын кешене юғалта — был еңеү хаҡы шундай була.

Рәсәйҙе азат иткән барлыҡ хәрби алыштарҙағы кеүек, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә Баш­ҡортостан һалдаттары ла ҙур өлөш индерә. БАССР-ҙан фронтта 700 меңдән ашыу кеше ҡатнаша, күптәре һәләк була...

Бәләбәйҙә тыуып үҫкән генерал-майор Иван Ласкин етәксе­легендә “Барбаросса” планын төҙөгән фельдмаршал Паулюсты әсирлеккә алыу үҙе бер әһәмиәтле ваҡиға булып тора. Был сара ҙур тактик һәм символик әһәмиәткә эйә була. Һуғыш барышында хәл иткес боролош башланыуы асыҡлана. Немецтарҙың илдең нефткә бай райондарына ынтылышы туҡта­тыла, Совет Армияһы еңеүгә ышанысын нығыта.

Ғөмүмән, Сталинградтағы еңеү – совет ғәскәрҙәренең ныҡыш­маллығы, батырлығы һәм күмәк ҡаһарманлығы һөҙөмтәһе ул. Ҡыҙыл Армияның еңеүе һөҙөм­тәһендә дошмандың стратегик инициативаһы ҡаҡшай. Был алыш һуғыштағы төп боролоштоң башланғысы була, шулай уҡ Советтар Союзының халыҡ-ара абруйын донъя кимәлендә нығытыуға, танытыуға булышлыҡ итә.

Был иҫтәлекле тарихи көн хөрмәтенә республикала ла төрлө саралар үткәрелде. Мәҫәлән, Өфөлә Республика хәрби дан музейында дүрт уҡыусылар командаһы ҡатнашлығында "Сталинград" интеллектуаль уйыны, Өфө тарихи паркында Рәсәй — Сталинград һуғышының 80 йыллығына арналған “Минең тарихым” мультимедиа күргәҙмәһе ойошторолдо. Бындай сараларҙың йылдан-йыл рухлыраҡ үтеүе халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышындағы батырлығының мәңге онотолмаясағы тураһында һөйләй.

Андрей НАЗАРОВ, Баш­ҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры:

 

– Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандан бөтәһе 278 яугиргә батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, ә 35 яугир “Дан” орде­нының тулы кавалеры була. Яҡташыбыҙ Александр Матро­совтың исеме батырлыҡ һәм Ватанға фиҙакәр тоғролоҡ сағылышы булып тора, уның ҡаһарманлығын Баш­ҡорт­остан­дың тағы бер данлы улы – Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин ҡа­батлай.

Бөгөн Шайморатов, Доставалов, Юлаев исемендәге ирек­мәндәр батальондары хәрби операциялағы егеттәр менән йәнә Ватандың азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәш алып бара. Беҙҙең төп бурыс – яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре үҙҙәрен яҡланған итеп тойһон, тыуған ере секунд һайын улар тураһында хәстәрлек күргәнен аңлаһын өсөн кәрәк булғандың барыһы менән дә тәьмин итеү. Беҙ бергәләп барлыҡ ауырлыҡ­тарҙы кисерербеҙ, еңеү беҙҙең яҡта булыр!

- Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: