Күптән түгел Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, шулай уҡ гуманитар ылау водителдәренә Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бөтәһе 28 кеше Генерал Шайморатов ордендарына һәм миҙалдарына лайыҡ булды. Улар араһында Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Биктимер улы ДИНӘХМӘТОВ та бар ине. Уға Генерал Шайморатов ордены тапшырылды. Ул награда алған көндә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Юлға ҡуҙғалыр алдынан уның менән һөйләшеп өлгөрҙөк.
– Радик Биктимер улы, Башҡортостан Республикаһы Башлығы һеҙгә мәртәбәле награда тапшырҙы. Ниндәй тәьҫораттар кисерәһегеҙ?
– Был минең өсөн көтөлмәгән хәл булды. Шундай тулҡынланыу хистәре кисерҙем. Иртәнге сәғәт 9-ҙа беҙ, 200 һалдат, ялдан һуң махсус хәрби операцияға юлға сығырға тейеш инек. Миңә Башҡортостан Башлығының хәрби хеҙмәткәрҙәр менән бәйләнеш буйынса кәңәшсеһе Алик Финзир улы Камалетдинов, полк командиры урынбаҫары Рөстәм Рафиҡ улы һәм Башҡортостан Башлығы Аппаратынан шылтыратып: “Бөгөн автобус менән юлға сыҡма, һин Колонналы залға килергә тейешһең”, – тип хәбәр иттеләр.
Генерал Шайморатов орденын тапшырҙылар. Ул бик ҙур, яуаплы награда. Әле лә тулҡынланыуым күңелемә һыйып бөтмәй, сөнки был Хөкүмәт тарафынан бирелгән бик ҙур баһа. Беҙҙең шундай бөйөк, легендар генералыбыҙ исемендәге орден! Ул беҙгә бик ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Был орден – үҙебеҙҙең 31-се “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы егеттәренең уртаҡ наградаһы, тип иҫәпләйем, сөнки теүәл бер йыл беҙ бергә.
Күкрәк һуғып, маҡтанып, улар менән алғы һыҙыҡта йөрөйөм, тип әйтә алмайым. Был дөрөҫ булмай, сөнки минең төп хәрби бурысым – "Ашығыс ярҙам" машинаһында яралы егеттәрҙе госпиталдәргә илтеү. Советтар Союзы Геройы, генерал Таһир Күсимов исемендәге 3-сө батальондың медицина взводында һигеҙ ай санитар-водитель булып хеҙмәт иттем. Күптән түгел мине медицина ротаһына күсерҙеләр. Әммә төп эшем ошо ярҙамды күрһәтеү булып ҡала. Унда яралыларҙы ҡаршы алып, уларға ярҙам күрһәтәбеҙ.
– Махсус хәрби операцияла ҡатнашыуығыҙға – бер йыл...
– Былтыр 22 июндә беренсе контрактҡа ҡул ҡуйғайным. 22 июнь – илебеҙ тарихында ябай көн түгел, ә Бөйөк Ватан һуғышы башланған, ата-бабаларыбыҙ һуғышҡа киткән Ҡайғы һәм хәтер көнө. Шуға ла был көн айырыуса тәрән символик мәғәнәгә эйә. Әҙерлек үткәндән һуң, 5 июлдә, төп хәрби контрактҡа ҡул ҡуйҙым.
– Артист тормошон хәрби хеҙмәткә алмаштырыуы ҡыйын булманымы?
– Туғыҙ йәшемдә ауылдан музыка мәктәп-интернатына уҡырға сығып киттем. Ул мәктәп бөгөн Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемен йөрөтә, ә элек ШМВ – музыкант-тәрбиәләнеүселәр мәктәбе тип аталды. 1943 йылда И.В. Сталин СССР-ҙың бөтә республикаларында хәрби һәм тынлы музыка ҡоралдары мәктәптәре асыу тураһында указ сығара. Егеттәр өсөн тәғәйенләнгән бөтәһе 14 хәрби белем усағы булған. Беҙҙең ваҡытта ла ошо хәрби тәрбиәнең рухы, тәртибе һаҡланғайны. Ошо мәктәп-интернатҡа 1976 йылда уҡырға индем.
Иртәнге сәғәт 6-ла өлкән класс егеттәре беҙҙе ҡайыш менән ҡыуып сығара ине. Тәртип ҡаты булды. Әле ошо өлкән класс егеттәренә рәхмәт әйтер инем, сөнки беҙгә дөрөҫ тәрбиә бирҙеләр. Музыка мәктәбен тамамлағас, армияға киттем. Миңә, ошо мәктәптә уҡыған барлыҡ егеттәргә, хеҙмәт итеүе еңелерәк булды, сөнки армияла ла шул уҡ тәртип, ҡағиҙә ине. Махсус хәрби операцияға барғас, артист булһам да, ауыр булманы. Ул һөнәреңә ҡарамай, ә эске булмышыңа бәйле. Бәләкәйҙән тәртипкә, ныҡ булырға өйрәнгәс, бындағы тормошҡа шунда уҡ күнегеп киттем. Ауырлыҡтар булһа ла, уларҙы еңеп сығып барам. Бөтә егеттәрҙә лә түҙемлек, сабырлыҡ, доғаларыбыҙ бар.
– Һеҙ инде икенсе тапҡыр ялда булдығыҙ. Тыуған яҡтан айырылыуы ҡыйынмы?
– Йырсы булғас, һәр ялым осрашыуҙарға бай. Кисә Дәүләкәндән ҡайттым. Саҡырыу буйынса барып, унда бер сәғәт концерт бирҙем. Дим йылғаһы яры буйында сәхнә бар, шунда йырланым. Ейәнсәремде лә алып барҙым. Сара илһөйәрлек менән һуғарылған тәрбиәүи сығыштарға бай булды. Яҙыусылар, төрлө быуын кешеләре килгән. Бик матур осрашыу үткәрҙе дәүләкәндәр.
Ғөмүмән, ялым юғары уҡыу йорттарында, белем биреү учреждениеларында осрашыуҙар менән үтә, шуға күрә ошо илһөйәрлек менән һуғарылған мөхиттә ҡайнап йәшәйем. Махсус хәрби операцияла ла флейтамды үҙем менән бергә йөрөтәм, гел йырлайым, шиғырҙар һөйләйем. Ялым да ошо рухта үткәс, юлға сығыу һис тә ауыр түгел.
– Алғы һыҙыҡҡа сыҡҡанығыҙ бармы?
– Мин бер ҡасан да “алғы һыҙыҡҡа сыҡтым” тип күкрәк һуғып әйтмәйем. Эвакуация төркөмө бар, командир – Ишембай егете “Солтан” етәкселегендә егеттәр яралы яугирҙәрҙе алғы һыҙыҡтан алып сыға, һуңынан уларҙы бронялы көслө машиналарға ултырталар ҙа минең ярҙам машинаһына тиклем алып киләләр. Мин йөрөгән машина алғы һыҙыҡҡа бара алмай, сөнки ул аҡ төҫтәге "Ашығыс медицина ярҙамы" машинаһы. Шуға күрә үҙемдең нөктәлә уларҙы көтөп торам. Яралы егеттәрҙе тиҙ генә миңә күсерәләр, артабан уларҙы госпиталдәргә илтәм. Һуңғы ете-һигеҙ айҙа ошо төп бурысым булды.
– Водителгә уҡынығыҙмы?
– Мин махсус хәрби операцияға музыкант булам тип киттем. Оркестрға музыканттар йыйып булманы. Махсус хәрби операцияла музыканттар күп булыуға ҡарамаҫтан, улар үҙҙәре теләп һөжүм, минометсы бригадаларына китте. Оркестр ойоштороп булмағас, минән: “Водитель танытмаһы бармы?” – тип һоранылар. “Эйе, үҙем менән алдым”, – тинем. “Булды, бына һиңә машина”, – тип рулгә ултырттылар. Ундай “ГАЗель” кеүек машиналарҙы йөрөткәнем юҡ ине. Бында инде бойороҡ, шуға ла бөтәһенә лә өйрәнәһең.
– Әсәйегеҙ менән осрашыу нисек үтте? Иң яҡын кешегеҙ һеҙгә ниндәй фатихаларын әйтте?
– Ҡайтҡан һайын әсәйемде күреп, янында булып китәм. Юлға сығыр алдынан өс көн элек булдым. Уның төп теләге бер: “Улым, доғала бул!” Ейәнсәрем Айлин: “Ҡасан ҡайтаһың?” – тип һорай, һағыналар. Ошо көндәрҙе улым Даян, ҡыҙым Сабина менән бергә үткәрҙем. Ейәнсәрем минең йырҙарҙы белә, үҙе лә йырлай.
– Махсус хәрби операциялағы яҡташтарҙың кәйефе нисек?
– Төрлө мәлдәр була. Һәр кешенең үҙенең холоҡ-фиғеле, тормошҡа ҡарашы бар, унда ла шулай уҡ. Һәр кемдең түҙемлеге, сабырлығы, үҙенең тарихы, уй-ниәте. Шуға күрә “Башҡортостан" полкында – 100 проценты менән бөтәһе лә яҡшы” тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ. Әммә ошо сабырлыҡ һәр береһендә бар, сөнки улар бит үҙҙәре теләп хәрби контрактҡа ҡул ҡуйған. Беҙҙе, дошмандарҙағы кеүек, урамда тотоп, ҡыуып алып килмәгәндәр. Бында һәр кем ҡайҙа барғанын, ни өсөн килгәнен белә, шуға күрә үҙҙәрен түҙемле генә тотоп, ошо ауырлыҡтарҙы үткәрәләр.
– Теге ҡайтҡан сағығыҙҙа һеҙгә “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исем биргәйнеләр, был юлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң ҙур наградаһы – “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалын тапшырҙылар...
– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, генерал-майор званиеһына лайыҡ булған махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан башҡорт егете Олег Минебарый улы Саматов менән осрашыу булды.
Олег Минебарый улы – башҡорт егете. Ғүмере буйы Пермь, Ҡурған яҡтарында хеҙмәт иткән, әле махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Уның иҫәбендә бик күп награда бар, улар араһында – “Жуков” миҙалы һәм икенсе дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены. Был сарала офицерға беренсе тапҡыр йәмәғәт миҙалы тапшырылды.
Бик матур осрашыуҙа көслө тулҡынланыу хистәре кисерҙем, сөнки мин дә бит Дүртөйлө районының Әсән ауылы егете, ә Шәйехзада Бабич – беҙҙең мәшһүр яҡташыбыҙ, ауылдашыбыҙ. Шунда уҡ йырлап ебәрергә теләгем тыуҙы:
“Айға үрләп, нурға уйнап,
Күкрәгемде нурланым”, – тип.
Ошо миҙалды тапшырғастар, осрашыуҙан һуң күңелгә рәхәт булып ҡалды.
– Махсус хәрби операцияла яҡташтарығыҙ күпме?
– Һамарға килгәс тә, Башҡортостандың барлыҡ район-ҡалаларынан ир-егеттәрҙе осратырға мөмкин ине. Унда Өфөлә, ауылда йөрөгән һымаҡ – кем башҡортса йә татарса, кем марыйса, удмуртса, сыуашса йә башҡа телдә һөйләшә. Беҙҙең республика бай бит – төрлө милләтле халыҡ йәшәй. Шуға күрә әле лә окоптарҙа, блиндаждарҙа, бигерәк тә ҡышын унда булғанда яҡташтарҙы йыш осрата инем. Һуңынан командир мине медпунктҡа күсерҙе. Ә былай блиндаждарҙа, ҡарауылдарҙа дежурлыҡта булғанда егеттәр башҡортса, татарса һөйләшеп үтә. Күңелгә рәхәт булып ҡала, үҙеңде өйҙә һымаҡ тояһың. Ул егеттәр беҙҙе ишетһә, мотлаҡ туҡтаталар ҙа: “Ҡайһы яҡтан?” – тип ҡыҙыҡһынып һораша башлайҙар. Шулай танышып китәһең.
– Беҙҙең уҡыусыларға әйтер теләктәрегеҙ ҙә барҙыр...
– “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына, ғөмүмән, бөтәбеҙгә лә сабырлыҡ теләр инем. Аллаһ бойорһа, Еңеү беҙҙә буласаҡ! Ул көн мотлаҡ килеп етәсәк, сөнки беҙ – бергә, беҙ – берҙәм! Владимир Путин әйтте бит: “Мы вместе, мы победим!” Шуға күрә халыҡтың ошо ынтылыш менән йәшәүе, ярҙамы, доғала булыуы ныҡ тойола. Ялға ҡайтҡанда ҡайҙа ғына барһаҡ та – бөтә ерҙә махсус хәрби операция темаһы көнүҙәк булып тора. Минең осрашыуҙар ҙа ошо йүнәлештә үтә. Ниһайәт, илһөйәрлек күтәрелде.
– Беҙҙең һалдаттар нимәгә мохтаж?
– Бөтә әйбер ҙә бар, әммә улар ҡулланыла, сарыф ителеп тора, шуға күрә беҙҙең Хөкүмәт, Радий Фәрит улы етәкселегендә ойошторолған ярҙам – ҙур терәк, ул даими килеп тора. Халыҡ менән осрашыуҙар ваҡытында: “Посылкалар барып етәме?”, “Һалдаттар ас түгелме?” – тигән һорауҙар бирәләр.
Төрлө мәлдәр булғандыр, әммә үҙемдән сығып әйтәм, беҙҙең тирәлә ундай хәлдең булғаны юҡ. Ысын күңелдән әйтәм. Әгәр ҡайһы ергәлер гуманитар ярҙам барып етмәгән икән, тимәк, йә аҙашҡан, йә адресы дөрөҫ булмаған, йә берәй әсәй улына ебәрһә лә, уға бер ай яуап хәбәре юҡтыр. Шундай хәлдәр ҙә булды, ул егет алғы һыҙыҡта, тиҙ генә сыға алмай. Аҙаҡ унан ҡайтҡас, штабҡа килгәс, уға посылканы тапшыралар. Ошондай хәлдәр ҙә була, шунан инде “килмәне”, “бирмәгәндәр” тигән тауыш сыға. Шуға күрә барлыҡ уҡыусыларға: “Ашыҡмағыҙ, түҙемле булығыҙ”, – тип әйтер инем. Ваҡыт үткәс, барыһы ла урынына ултыра, асыҡлана.
– Белеүебеҙсә, һеҙгә 59 йәш, әммә һеҙ махсус хәрби операцияға барып, еңеүгә үҙ өлөшөгөҙҙө индерәһегеҙ, унда ла файҙалы белгес булараҡ, урынығыҙҙы тапҡанһығыҙ...
– Минән дә өлкәнерәк йәштәгеләр бар. Махсус хәрби операцияла 20 йәшлектәр ҙә кәрәк, сөнки улар физик яҡтан ныҡлы, үткер, 60 йәштәгеләр инде саҡ ҡына был йәһәттән ҡалыша. Әммә нисә йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, һәр беребеҙгә эш табыла. Һәр кемдең хәрби бурысы бар. Төрлө йәштәгеләрҙең хеҙмәт итеүе бик дөрөҫ, тип уйлайым. Беҙҙең быуын тормошҡа ҡарата аҡыл менән ҡарай, шунан сығып ҡарарҙар ҡабул итә, ә йәш егеттең ҡыҙыулығы бар. Шуға ла уға аңлатаһың, атайҙарса аҡыл өйрәтәһең. Минеңсә, хәрби хеҙмәткә алыу йәшен оҙайтып, бик дөрөҫ эшләнеләр.
“Мобилизация булырмы?” – тип күп һорайҙар. Күңелем менән мобилизацияны теләмәйем, сөнки унда йәштәр алынасаҡ. Минеңсә, ошо беҙҙең кеүек йәштәге ир-егеттәр барып хеҙмәт итергә тейеш, 65 йәшкә тиклем хәрби хеҙмәткә алыу тураһында указ да бар бит. 5 июлдә минең контракт бөтөргә тейеш ине. Рапорт яҙып ҡалдырҙым, әммә ҡарарҙы командование үҙе хәл итәсәк. “Радик Динәхмәтов, рядовой “Әсән”, артабан хеҙмәт итәсәкһең”, – тип әйтәләр икән, әлбиттә, хеҙмәттә ҡаласаҡмын, унда барғаныма бер ҙә үкенмәйем. Был беҙҙең бурыс, уны үтәргә тейешбеҙ. Был осраҡта “контрактта ошолай яҙылғайны” тип тикшереү булырға тейеш түгел. Минең холҡом да улай түгел, тормошта ла, сәхнәлә лә тәртип яратам. Бар ерҙә лә теүәллек булырға тейеш. Һәр береһе аҡыл өйрәтә башлаһа, дөрөҫ булмай.
– Унда ла төрлө ғәжәп хәлдәр булып торалыр?
– Эйе, әлбиттә, яҙып барырға ине. Госпиталдә ятҡанда Татарстан егете менән таныштым. Уға 36 йәш самаһы. Илнур Тимерғәлиев. Беҙ шулай госпиталгә бер нисә сәғәткә урынлаштыҡ. Госпиталь-бүлеүсе тип атала. Ошонан беҙҙе тағы ла күсерергә тейештәр ине. Палатала 50-60 самаһы егет. Һәр береһе үҙен саҡырғандарын, ниндәй часҡа билдәләгәндәрен көтә. Кемдер телефонда ултыра, кемдәрҙер һөйләшә, ғөмүмән, ығы-зығы тауыш. Бер мәл урыҫ егете: “Замолчите все!” – тип ҡысҡырып ебәрҙе. “А что случилось?” – тип кемдер һораны. “Человек намаз читает”, – тип яуап бирҙе был егет. Бөтәһе лә шымып ҡалды, күңелгә шундай рәхәт булып китте.
Баҡтиһәң, палатаның бер мөйөшөндә бер егет сабыр ғына намаҙ уҡый. Һуңынан уның менән таныштым. Ул Илнур булып сыҡты. Беҙ бер автобуста киттек, унда ла ул төнгө намаҙын уҡый башланы. Урыҫ егетенең уның намаҙ уҡыуын күреп, ҡысҡырып ебәреүе шаҡ ҡатырҙы. МХО-ла ниндәй генә милләт вәкилдәре юҡ. Ә бит Илнур намаҙҙы үҙе өсөн генә уҡымай, ә бөтәһенең дә һаулығы, Еңеү өсөн уҡый. Шуға ла төрлө милләттәргә хөрмәт менән ҡараған ошо урыҫ егетенә шул тиклем рәхмәтлемен. Ошондай кешелеклелекте сағылдырған күренештәр һәр саҡ һоҡланыу хисе тыуҙыра. Ә Илнур менән һуңынан бер госпиталгә эләктек, бер ай бергә булдыҡ. Ул һөнәре буйынса кулинар, ә хәрби билетында “санитар-уҡсы” тип яҙылған. Илнур – алғы һыҙыҡҡа сығып, егеттәрҙе эвакуациялап йөрөгән батыр егет. Уның менән шулай дуҫлашып киттек.
– Радик Биктимер улы, шундай ихлас яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт. Еңеү яулап ҡайтығыҙ!
Флүзә ҒӘЛИУЛЛИНА, Радик Динәхмәтовтың әсәһе:
– Беҙҙең улдарыбыҙ Тыуған илгә хеҙмәт итә. Уларға беҙ ысын мәғәнәһендә рәхмәтлебеҙ. Алла бойорһа, дошманды еңеп ҡайтырға насип итһен.
Борсолам, төндәр буйы йоҡлай алмай уйланып сығам, доғалар уҡыйым. Бына тағы бер һүҙ килде башыма:
Иртә таңдың матурлығын күреп,
Өҙөлөп һайрай һандуғас.
Һандуғасҡа ҡушылып йөрәк илай,
Яндарымда улым булмағас.
Инде еңеп ҡайтһындар. Дүртөйлө районы халҡы, мосолмандарыбыҙ яугирҙәр иҫән-һау, теүәл булып ҡайтһындар өсөн 140 тәһел әйтте. Шул тәһел әйтеүселәргә ҙур рәхмәт. Уларға иҫән-һау, сәләмәт ғүмер насип итһен. Барыбыҙ ҙа теләйбеҙ, еңеп ҡайтырҙар, Алла бойорһа.
Даян ДИНӘХМӘТОВ, яугир артистың улы:
– Атайымдың бөтә ҡарарҙарын да хөрмәт итәм, бигерәк тә әлеге аҙымын, сөнки ул үҙенең генә түгел, ә илебеҙҙең мәнфәғәтен яҡлай. Уның менән бик ғорурланам. Улар еңеү яулап ҡайтыр, тип ышанам.
Үҙем Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыйым. Виолончелдә уйнайым. Беренсе курсты тамамланым, бер юлы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләйем. Киләсәктә атайым кеүек музыкант булырға теләйем.
Атай менән хушлашыу беҙҙең өсөн һәр саҡ ауыр. Тик яҡшыға юрайбыҙ, ышанабыҙ. Уға уңыш, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Атайым ялға ҡайтҡан саҡта һәр саҡ бергә булабыҙ, машинала барғанда ла уның хеҙмәте хаҡында һорашам, ҡыҙыҡһынам, шуға ла бөтәһе лә яҡшы булғанын беләм.
Рәмилә МУСИНА фотолары.