“Әҙәм балаһына Аллаһ Тәғәлә сикһеҙ көс биргән. Быны беҙ ғәҙәти тормошта аңлап еткермәйбеҙме – тейешенсә файҙаланмайбыҙ. Әммә шундай ваҡыттар була: күңел көсөң даръя кеүек урғылып сыға ла, бөтә кәртәләрҙе ярып үтеп, һине алға йүгертә. Бигерәк тә был хәл яҡындарың менән бәйле булһа... Улар өсөн әллә ниҙәр эшләргә әҙерһең”, – ти Бөрйән ҡыҙы, Әбйәлил килене, махсус хәрби операция яугире ҡатыны, ике бала әсәһе Зилиә Баҡыева. Ишле ғаиләлә иркәләнеп кенә үҫкән берҙән-бер ҡыҙҙың бөгөн килеп һөйгәне артынан яу барған ерҙәргә юлланыуы – әҫәрҙәргә инер ваҡиға. Был хаҡта яугир ҡатынының үҙе һөйләгәндәрҙе тәҡдим итәбеҙ.
Һуңғы шылтыратыу...
– 2024 йылдың 7 октябре. Киске сәғәт ете тирәһе. Ирем шылтыратты ла, ҡабаланып ҡына: “Хәҙер юлға сығам, бөгөн ҡабат бәйләнешкә инә алмаҫмын. Иртәгә һөйләшербеҙ”, – тине. “Имен генә йөрө, көтәм”, – тинем, һәр мәлдәгесә, иң изге теләктәремде еткерҙем. Әммә был беҙҙең һуңғы һөйләшеүебеҙ булды. Ирем ҡабат бәйләнешкә сыҡманы...
Ул – Вилдан Вәғәз улы Баҡыев – махсус хәрби операция башланғандан алып шунда булды. Тәүҙә өлөшләтә мобилизация буйынса алынды, артабан 2023 йылдың 1 апрелендә контракт төҙөп, М. Шайморатов исемендәге батальонда хеҙмәт итте. Тәүҙә оборонала йөрөнө, унан штурмлаусы булды, һуңғы айҙарҙа иһә такелажсы бурысын үтәй ине. Былтыр көҙ башында ике аҙналыҡ отпускка ҡайтып киткәйне. Ошо ялына бер ай ҙа үтмәҫтән, ҡапыл бәйләнеш өҙөлдө...
Нимә эшләргә лә белмәйем. Ни әлеге урынындағы хеҙмәттәштәренең телефон һандары юҡ. Старшинаһыныҡын ғына биргәйне, уға яҙам, хәбәрем бара, уҡымай... Сараһыҙҙан, социаль селтәрҙәрҙән исемдәре таныш яуҙаштарын эҙләй башланым. Таптым береһен. Яҙҙым. Яуап бирҙе! “Эйе, “Яман” позывнойлы егет менән яу барған урынға аҙыҡ алып киткәйнеләр. Әлегә бәйләнеш юҡ”, – тигән.
Хәҙер тыныслыҡ бөтөнләй юғалды. Көнө-төнө эҙләргә керештем. Военкоматҡа барам, элекке хеҙмәттәштәренә яҙам, МХО-ға бәйле кешеләргә хәбәрҙәр ебәрәм, шылтыратам... Нисек булдыра алам – барыһына ла тотонам. Ундай осраҡтарҙа бер нәмәнән дә ҡурҡмайһың, һинең өсөн һис ниндәй кәртә юҡ икән. Әммә төрлө урындан – төрлө мәғлүмәт. Аныҡ ҡына бер ни ҙә әйтмәйҙәр.
Билдәһеҙлектән төн йоҡолары осҡан, һәр хәбәрҙән ҡалтырап төшкән ошондай мәлдә беҙҙең Рыҫҡужа ауылына күрше ятҡан Ҡаҙмаштан махсус хәрби операцияға гуманитар ылау менән юлға сығасаҡтары хаҡында ишетеп ҡалдыҡ. Районыбыҙҙан яугирҙәргә даими булышлыҡ ҡылған шәп ир-егеттәребеҙ – Шухрат Әширов менән Вадим Папанин сираттағы ярҙам сараһын ойошторған. Оҙаҡ уйлап тормай, иремдең бер туған апаһы – Вәлиә ҡәйенбикәм Ямалова менән улар янына һөйләшергә киттек. Хәлебеҙҙе аңлаттыҡ. “Беҙҙе лә үҙегеҙ менән алығыҙ, – тибеҙ. – Часына барып, хеҙмәттәштәрен күреп, дөрөҫөн белгебеҙ килә”. Әммә ир-егеттәрҙең беҙҙе һис алғыһы килмәй. “Машиналарҙың өсөһө лә шыплап тултырылған, урын юҡ, – тиҙәр. – Береһенең артына күсмә мунсаны ла тағабыҙ”. Беҙ ҙә өҙмәйбеҙ ҙә ҡуймайбыҙ. “Урын кәрәкмәй, үҙебеҙҙең машинала барабыҙ, – тибеҙ. – Гуманитар йөк тә тейәйбеҙ. Тик эйәртегеҙ генә”. Шулай итеп, беҙ, ике ҡатын, машинабыҙға ылау тейәп махсус хәрби операция биләмәһенә юлландыҡ. Ноябрь башы ине, ҡар яуған мәл. Мунса менән Инйәр боролошонан менеп булмаясаҡ, тип, Ырымбур яғынан сығып киттек.
“Ирегеҙ һеҙҙе ныҡ яратты”
– Тәүҙә Запорожье өлкәһенә барырға тейешбеҙ. Туранан, тип алып киткәйнеләр, ул танк юлы булған. Эй ҡурҡыныс, тирә-яҡта бер әҙәм заты күренмәй, һис ниндәй тауыш юҡ, яман шомло... Рация биргәйнеләр, ярай әле шуның аша бер-беребеҙ менән һөйләшеп барабыҙ. Запорожьелағы яҡташтарыбыҙға исемле посылкаларҙы имен-аман алып барып тапшырҙыҡ, Аллаға шөкөр. Артабан юл – Бахмут яғына. Һигеҙ саҡрым һайын контроль-үткәреү пункты, ныҡ тикшерәләр, шуға оҙаҡ барырға тура килә икән. Етмәһә, киске ундан комендант сәғәте башлана, тимәк, шул урында ҡалырға тейешһең. Ҡалаларҙың береһендә туҡтап, иртәгәһен ирем хеҙмәт иткән хәрби часҡа юлландыҡ.
Йөрәгем сығырҙай булып тибә, ҡулдарым ҡалтырай... “Кем ул һеҙ, тип кенә ҡуймаһындар, кире бороп ҡына ебәрмәһендәр”, – тип Аллаһымдан үтенеп һорап киләм. Алдамаһындар, дөрөҫөн әйтһендәр ине... Теләгем ҡабул булды. Иремдең хеҙмәттәштәре йылы ҡаршы алды. Һәм дөрөҫөн һөйләнеләр. Ирем “Яман” позывнойлы иптәше менән алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә сираттағы мәртәбә аҙыҡ-түлек алып киткән. Кире ҡайтҡанда иһә ҡаты һөжүмгә эләккәндәр... “Икеһенең дә үле кәүҙәһен күрҙек, тик әлегә сығара алмайбыҙ...”
Таш кеүек ҡатып ҡалам. Был һүҙҙәр алыҫ-алыҫтан ишетелгән кеүек. Уларға ышанмайым да... Бер аҙҙан башҡа һүҙҙәр мейемә бәреп инә башлай: “Мине әллә ҡайҙарҙан һөйрәп алып килеп, үлемдән ҡотҡарҙы “Баки”. Беҙ уны барыбыҙ ҙа ныҡ ихтирам иттек”; “Көслө яу барған урында аҙыҡһыҙ, һыуһыҙ ҡалғанда “Баки” килеп ҡотҡарҙы. Үтеп булмаҫлыҡ ергә үтте”; “Иң тәүҙә үҙен түгел, башҡаларҙы ҡайғыртты”; “Һеҙҙе, балаларын, ата-әсәһен ныҡ яратты”; “Бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәне, зарланманы, ярҙамға килергә атлығып торҙо”... Аңыма киләм. Минең ирем тураһында һөйләй яуҙаштары...
...Улар беҙҙе мунса инеп, ял итеп алыу урынына килтерҙе. Өс бүлмәле йыйнаҡ ҡына өй. Һәр мөйөшөндә уңайлылыҡ тыуҙырырға тырышҡандары күренеп тора. “Бына ошо карауаттарҙы, тартмаларҙы “Баки” эшләне, – тиҙәр. – Мейесте лә ул сығарҙы. Таҙалыҡ ярата ине бит, килгән һайын бында йыйыштырырға ла өлгөрә торғайны”. Ирем хаҡында әйтелгәндәрҙе тыңлап йөрөйөм. Бәй, бында эт, бесәй, хатта кәзә, ҡош-ҡорт та тоталар икән. Йорт хайуандарын ныҡ яратҡан ирем уларҙы ҡосаҡлап төшкән фотоларын ебәрә торғайны бит. Вилданымдың йылыһы һаҡланған ер... Ул ҡосаҡлаған эт һәм бесәйҙәрҙе мин дә ҡат-ҡат һыйпап, яратып, яуҙаштарына күрһәтмәй генә әрнеп илай-илай иремдең эҙҙәренә баҫып йөрөнөм...
“Мөмкинлек тыуыу менән кәүҙәләрен алып сығасаҡбыҙ, һеҙгә тура шылтыратырбыҙ”, – тине егеттәр. Әҙ генә ваҡыт эсендә улар беҙгә туғандарыбыҙҙай яҡынға әйләнде. Ирем тураһында әйткән һүҙҙәре минең дә, ҡәйенбикәмдең дә күңелебеҙҙе йылытты. Башҡортостан флагы бар икән, унда һәр береһе исемдәрен яҙған. Беҙҙән дә иҫтәлек ҡалдырыуҙы һоранылар. “Баки”ҙың ҡатыны” тигән яҙыуым тарихта бәләкәй генә бер эҙем булып ҡалыр инде...
Әйткәнемсә, ирем менән “Яман” позывнойлы яугир ҙә бергә булған. Уның ҡатынын таныштар, социаль селтәрҙәр аша байтаҡ эҙләгәйнем. Таптым, аралашып торҙоҡ. Был яҡҡа юлға сығыр алдынан бәйләнешкә инеп, ниәтемде әйттем. Ҡапыл өмөт ҡуҙы балҡып китте унда ла. Күп итеп күстәнәс һалғайны, яҡшы хәбәрҙәр менән әйләнеп ҡайтыуыбыҙҙы теләп ҡалғайны. Бына әле тыуған еребеҙҙән килтерелгән милли ризыҡтарҙы, ҡаҙыларҙы, тултырмаларҙы яугирҙәребеҙгә өләшәбеҙ, уларҙың ҡыуанып ҡабул итеүе йөрәгебеҙҙе йылыта ла... Яҡшы хәбәр генә алып ҡайта алмайбыҙ шул...
Илай-илай ҡайттыҡ
– Артабанғы юл хәлдәре өҙөк-өҙөк, төштәге кеүек кенә хәтерҙә ҡалған. Луганскиҙағы яҡташ яугирҙәребеҙгә ебәрелгән гуманитар ярҙамды таратып сыҡтыҡ. Егеттәрҙең нурлы йөҙө, туғанылай күреп ҡаршы алып, оҙатып ҡалыуы... Унан Курск өлкәһенә барырға тейеш инек. Бының өсөн тәүҙә Воронежға килдек. “Һеҙ ошонда ҡалып тороғоҙ, бер аҙ ял итерһегеҙ”, – ти юлдаштарыбыҙ. Нисек тороп ҡалаһың инде? Йөрәкте ярыр хәбәрҙән һуң беҙҙе тик хәрәкәт, аралашыу ҡотҡарыр һымаҡ. Егеттәрҙән ҡалманыҡ. Әммә тейешле урынға барып етә алмауыбыҙ, йөҙ саҡрым ҡалғас, ылауҙы башҡаларға тейәп оҙатырға мәжбүр булыуыбыҙ, кире Воронежға эвакуаторҙа килеүебеҙ – барыһы ла төштәге кеүек кенә хәтерҙә ҡалған. Аллаһ Тәғәлә араланы беҙҙе, мең шөкөр. Имен-аман ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.
Мин рулдә. Янымда ҡәйенбикәм ипләп кенә, һығыла-һығыла, әрнеп-әрнеп илай. Яратып ҡына, ҡәҙерләп кенә үҫтергән бер туған ҡустыһын юғалтыу ғазабы... Ғаиләлә берҙән-бер ул ине Вилдан. Апалы-ҡустылы икәүһе генә үҫкәндәр. Ҡәйенбикәм бит өс йыл элек кенә ҡот осҡос аварияла ире менән дүрт йәшлек улын да юғалтҡайны. “Ила! Ҡысҡырып ила! – тим уға. – Бер нәмәне лә эсеңдә тотма!” Үҙем таш һымаҡ ҡатҡанмын. Бер нисә йөҙ саҡрым үткәс, ҡәйенбикәм рулгә ултыра. Хәҙер инде минең хис-тойғоларым урғылып сығып, ярһып илай башлайым. Ярай әле икәүләп барғанбыҙ. Яугирҙәр алдында, уларҙың күңелен уйлап, күҙ йәшебеҙҙе күрһәтмәҫкә тырышҡайныҡ бит. Хәҙер инде меңдәрсә саҡрымдарҙы алмашлап илай-илай үтеп ҡайтып барабыҙ...
Өйҙә икешәр бәләкәй балабыҙ көтә. Уларҙы ҡәйнәм менән ҡайным ҡарап ҡалды, ярҙамға Бөрйәндән әсәйем дә килгәйне. “Ниндәй генә хәбәр ишетһәгеҙ ҙә, миңә шундуҡ әйтегеҙ”, – тип ҡалғайны ҡәйнәм. Әле, беҙ юлда саҡта, яҙа ла яҙа, шылтырата ла шылтырата... Әсә йөрәге... Нимә эшләргә лә белмәйбеҙ, телефонды алырға ҡулыбыҙ бармай. Кәңәшләшеп, тәүҙә ҡәйнәмдең һеңлеһенә (ул – медицина хеҙмәткәре), тағы бер апайыбыҙға шылтыратып хәлде һөйләнек. Улар икәүләп барып ингәс, ҡәйнәм дә, ҡайным да, әсәйем дә барыһын да шундуҡ аңлаған...
Уның ҡатыны булыуым менән бәхетлемен
Вилдан менән беҙ ике туған апайымдың туйында таныштыҡ. Күңелемә ғәйәт яҡын, күптән көткән кешемде тапҡанымды шунда уҡ аңланым. “Бығаса ғаиләһе булған бит. Яңылышмайһыңмы икән һуң, ҡыҙым?” – тип иң нығы атайым ҡаршы төштө. Әммә Вилдандан айырыла алманым. Уға ышандым. Былтыр 1 ноябрҙә никахлашыуыбыҙға биш йыл булды. Ошо ҡыҫҡа ғына арауыҡта ни тиклем бәхет кисергәнмен! Иремдең иңенә ышыҡланып ҡына йәшәнем мин. Ул шул ҡәҙәр ябай, ихлас булды, нисек бар – шулай ине. Барыһын да табырға, беҙгә, яҡындарына, яҡшы йәшәү шарттары булдырырға тырышты. Ҙур өй төҙөнө, унда күсергә йыйына инек... Күңеле тулы йылылыҡ ине иремдең. Һөйөүен йәшермәне, гел әйтеп торҙо. Яҡшы һүҙгә лә, аҡса яғынан да йомарт ине. Берәүгә лә насарлыҡ теләмәне, һис кем хаҡында ҡырын һүҙ әйтмәне. Ҡулынан килмәгән эш булманы, нимәгә тотонһа ла, наят итеп атҡарып сығыр ине. Үҙе ғәйәт ярҙамсыл... “Һинең кейәү менән бәхетле булыуыңды күреп, шул ҡәҙәр һөйөнәм, ҡыҙым”, – тигәйне бер мәл хатта атайым да. Ә өйләнешеүебеҙгә ҡайһылай ҡаршы булғайны бит...
Вилдан тормошто, кешеләрҙе яратты. Һуңғы тапҡыр отпускка ҡайтҡанында бөтәһе менән дә осрашырға ашҡынды. Ике аҙна эсендә барлыҡ туғандарын, дуҫтарын күрҙе, оло йәштәге инәй-бабайҙарға үҙе барып, хәлдәрен белешеп ҡайтты. Һәр береһенә бүләк бирергә тырышты. Әллә ҡабат ҡайта алмаҫын һиҙҙеме икән?..
Балаларыбыҙҙы ныҡ яратты. Улары атаһының өҫтөнән төшмәй торғайны. Әле буйы менән һорайҙар, “Атай ҡасан ҡайта?” – тип үҙәкте өҙәләр... Ғаиләбеҙ ҙур буласаҡ, тип ниәтләнә ине Вилдан. “Ҡәйнәм алты бала тапҡан, һин дә унан ҡалышмаҫҡа тейешһең”, – тип шаяртыу ҡатыш әйтә лә, “башҡорт ғаиләһе ишле булырға тейеш инде ул” тип етдилек менән өҫтәп ҡуя торғайны.
Үтә ярҙамсыл ине ирем. Үҙе яуҙа саҡта ла ауылда үткән сараларға матди ярҙам күрһәтеп торҙо, тырыш уҡыусылар өсөн стипендияһын да булдырҙы. Бер нәмәнән дә ситтә ҡалманы. Уның өсөн битарафлыҡ ят ине.
Миңә шундай ғүмер юлдашы биргәне өсөн Аллаһ Тәғәләгә мең рәхмәтлемен. Нисек кенә ауыр булһа ла, Вилданымдың тыуған еренең именлеге хаҡына көрәш юлына баҫып, ысын ир-егет өлгөһө күрһәткәне менән ғорурланам. Уның ҡатыны, балаларының әсәһе булыуым менән бәхетлемен. Ғазапланам. Һағынам. Ғорурланам...
“Һәр ауырлыҡтан һуң еңеллек килә. Ҡап-ҡара болотло күктән ҡойма ямғыр яуғандан һуң ҡояш нығыраҡ нур сәсә башлай”, ти торғайны ирем. Иншаллаһ, шулай булһын тигән өмөт йәшәтә хәҙер. Илебеҙгә, донъябыҙға тиҙерәк тыныслыҡ килһен, ҡара болоттарҙы ҡыуып ебәреп, күгебеҙҙә ҡояш ҡына балҡып торһон ине.
Беҙҙе аңлап, ихлас ярҙам күрһәткән районыбыҙҙың ирекмәндәре Шухрат Әшировҡа, Вадим Папанинға, Азамат Заһретдиновҡа ҙур рәхмәт.
* * *
Махсус хәрби операция биләмәһенә барып ҡайтҡандан һуң Зилиә Камил ҡыҙы иренең хеҙмәттәштәре өсөн кәрәк-яраҡ алыу маҡсатында аҡса йыйыу ойошторҙо. Был эшкә бик күптәр ҡушылды. Һөҙөмтәлә тупланған суммаға ике квадрокоптер һатып алып, уларҙы йәнә МХО биләмәһенә барып тапшырып ҡайттылар. Яугирҙәрҙең ихлас күңелдән әйтелгән рәхмәт һүҙҙәре йәшәү көсө бирә, бергә булғанда, Аллаһ бирһә, тыныслыҡ тиҙерәк килер, ти яугир ҡатыны. Бар кешелекте һөйгән, яҡшылыҡ өләшеп йәшәгән иренең яҡты рухы изге эш-ғәмәлдәргә әйҙәй уны.
Фото З. Баҡыеваның шәхси архивынан алынды.