Геройҙар дәүере
4 Апреля , 12:15

Башҡаларҙың еңеү килтергәнен көтөп ултыра алманым

Йәштәр бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә яңы технологиялар үҙләштерә, араларында БПЛА операторҙары күп. Уларға яңы һөнәр үҙләштереү еңелерәк тә, күңелдәренә яҡыныраҡ та.

Башҡаларҙың еңеү килтергәнен көтөп ултыра алманымБашҡаларҙың еңеү килтергәнен көтөп ултыра алманым
Башҡаларҙың еңеү килтергәнен көтөп ултыра алманым

Илебеҙ һағында ысын ир-егеттәр тора. Араларында йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә бихисап. Йәштәр бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә яңы технологиялар үҙләштерә, араларында БПЛА операторҙары күп. Уларға яңы һөнәр үҙләштереү еңелерәк тә, күңелдәренә яҡыныраҡ та. Бөгөн 24 йәшлек Өфө егете, “Банкир” позывнойлы Данил менән һөйләштек. Ул БПЛА менән идара итеү тураһында һөйләне.

– Данил үҙең тураһында һөйлә әле. МХО башланғансы нимә менән шөғөлләндең?

– Махсус хәрби операция башланған саҡта мин армияла сроклы хеҙмәт үтә инем. Нижний Новгород ҡалаһында матди тәьминәттең айырым батальонында водитель-заправкалаусы булдым. Демобилизациянан һуң өйгә ҡайттым, өйләндем, банкка оператор булып эшкә урынлаштым. Яйлап эксперт вазифаһына тиклем күтәрелдем.

– Нисек МХО-ға китергә ҡарар иттең?

– Бөтә ошо йылдар дауамында эстән нимәлер өйкәп торҙо: мин бында түгел, ә унда булырға тейешмен кеүек. Ул ваҡытта МХО биләмәһендә туғандарым һәм дуҫтарым булмаһа ла, миңә был хәлдән ситтә ҡалыу ауыр булды. Ҡапыл нимәлер дөрөҫ бармаҫ, һәм дошман бында килеп етһә, тип уйлай башланым. Бер нисә тапҡыр барырға ынтылдым, тик ҡатыным туҡтата килде. Әммә ниндәйҙер мәлдә бурыс тойғоһо көслөрәк булып сыҡты. Ҡыҙым тыуғас, иһә барырға ваҡыт икәнлеген ныҡлап аңланым. Хәҙер мин, ир һәм атай булараҡ, ғаиләмде лә, илемде лә яҡларға бурыслымын. Беҙҙекеләрҙең еңеүен ситтә көтөп ултыра алманым. Һәм һигеҙ ай элек контрактҡа ҡул ҡуйҙым.

– Ҡайҙа, ниндәй белгеслек буйынса хеҙмәт итәһең?

– Инженер-сапер батальонында хеҙмәт итәм, БПЛА ярҙамында махсус миналауҙа ҡатнашам. Саперҙар “ҡошсоҡтарға” яһауҙар ҡуя, ә операторҙар уларҙы координаталар буйынса йә мина һалырға, йә дрон һөжүм итә торған булһа, дошман маҡсаты буйынса ебәрә. Ә минең бурысым – хәрби расчеттар араһында коммуникацияларҙы тәьмин итеү, элемтә, уларға кәрәкле бөтә нәмәне оператив рәүештә килтереү. Беҙ боеприпастар һәм башҡа күп нәмәләр килтереү өсөн яуаплыбыҙ. Ике кеше, водитель һәм уҡсы, расчеттарҙы урап үтә. Юлһыҙ, күренер-күренмәҫ һуҡмаҡтар буйлап квадроциклда йөрөйбөҙ. Ғәҙәттә, кузов туп-тулы була: яңы пилотһыҙ аппараттар, генераторҙар өсөн яғыулыҡ, урындағы магазиндан һатып алынған аҙыҡ-түлек.

– Хәүефлеме?

– Әлбиттә, дошман да йоҡлап ятмай. Дрондар осоп йөрөгән юлдың хәүефле участкалары бар. Тәғәйен урынға барып етеүе ауыр булған саҡтар күп була – дошмандың ”ҡошсоҡтары” беҙҙе күреп ҡала һәм арттан бәрергә маташа. Ошондай осраҡтарҙа уҡсы кәрәк тә инде. Әммә уларҙы атып төшөрөүе еңел түгел, яҡын аранан булһа ғына сәпкә тейәләр. Пилотһыҙ аппаратты автоматтан түгел, ә мылтыҡтан бәреп төшөрөү еңелерәк. Оҫталар хатта үҙҙәре дробовик өсөн махсус антидрон пулялар эшләй.

– Ни өсөн “Банкир” тигән позывной алдың?

– Уны хеҙмәттәштәр уйлап тапты. Элек эшләгән урын буйынса. Мин ҡаршы булманым, “Банкир” икән “Банкир”. Ләкин ошо позывной арҡаһында иптәштәр мине бөтә банк мәсьәләһе буйынса ла белгес тип иҫәпләй. Һорауҙар бирәләр, кәңәш һорап мөрәжәғәт итәләр. Шуға күрә ҡайһы бер темаларҙы үҙаллы өйрәнергә тура килде. Исемем шулай ҡуша бит (көлә). Ә дөрөҫөн әйткәндә, әлеге эшем күпкә ҡыҙығыраҡ. Ҡатмарлыраҡ та, әлбиттә: һәр ваҡыт яңы нәмәгә өйрәнергә, үҫешергә кәрәк. Тәүҙә мәғлүмәттең күплегенән баш ҡайнап китә ине, тик тәжрибәле яугирҙәр һәр саҡ ярҙам итергә, кәңәш бирергә әҙер. МХО-ла шулай килеп сыға, кеше үҙенең урынын таба,ҡайҙа нығыраҡ кәрәк икәнлеген аңлай. Мин дә таптым. Әле БПЛА-һыҙ бер ҡайҙа ла барып булмай. Бөтә нәмә уларҙан тора.

– Ҡайһы йүнәлештә хеҙмәт итәһең?

– Донецк Халыҡ Республикаһында хеҙмәт итәм. Янда Башҡортостандан яҡташтар ғына түгел, Төмәндән, Санкт-Петербургтан егеттәр күп. Бөтәбеҙ ҙә дуҫлашып бөттөк, бер-беребеҙ өсөн ныҡ торабыҙ. Ҡайһы берҙә урындағы халыҡ менән дә аралашабыҙ: тирә-яҡта ярым емерелгән ауылдар, уларҙа кешеләр ҡалған, улар беҙҙең менән яҡшы мөнәсәбәттә. Ауылдарҙа электр уты юҡ, уларҙың яҡтылығы башлыса бензин һәм солярка кәрәк булған генераторҙарҙан килә. Беҙ мөмкин булғандың барыһына ла ярҙам итәбеҙ һәм аҙыҡ-түлек менән уртаҡлашабыҙ.

Тәүҙә уларҙың унда нисек йәшәүенә хайран ҡала инем: көндөҙ ҙә, төндә лә ерҙе ҡалтыратырлыҡ итеп ракеталар осоп килә ала, ә урындағы өләсәйҙәрҙең үҙҙәрен тыныс тотоуын, хатта шартлауҙарҙан ҡалтыранмауын да күрәбеҙ. Мин дә күнеккәнмен, әммә унда, хәрби хәрәкәттәр зонаһында, һәр ваҡыт ҡурҡыныс. Һәм ҡурҡыу – ғәҙәти хәл: әгәр ул булмаһа, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыу мөмкин түгел. Үҙ-үҙеңде һаҡлау инстинкты булырға тейеш.

- Тыуған яҡта рәхәтме?

- Әле ике аҙнаға ялға ҡайттым. Һәм өйҙә генә нисек унда даими көсөргәнештә йәшәгәнде аңланым. Бында һәм унда – ике төрлө донъя. Был яҡшы ла кеүек: яҡындарыбыҙға һуғыш теймәгәс, тимәк, беҙ уларҙы яҡшы һаҡлайбыҙ. Мине йәш тиһегеҙ, әле унда байтаҡ йәштәр хеҙмәт итә, минән йәшерәктәр ҙә бар. Биш ай элек дуҫым Артур контрактҡа ҡул ҡуйҙы. Ул да инженерлыҡ бүлегендә хеҙмәт итә, беҙҙең техника үтеү өсөн махсус операция зонаһында күперҙәр һәм юлдар һалыу менән шөғөлләнә. Күптән түгел ул яраланды, әле  госпиталдә һауыға. Һәр ваҡыт бәйләнештәбеҙ. Әгәр буш минут килеп сыҡһа — беҙ интернетта яңылыҡтар уҡыйбыҙ, донъялағы бөтә нәмәне беләбеҙ, үҙ-ара фекер алышабыҙ. Егеттәр унда оптимистик ҡарашта, бындай һынауҙарҙы үтеү өсөн башҡаса булмай ҙа. Минең холҡом тап шундай — бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәйем, ҡатыным менән әсәйемде лә һәр ваҡыт дәртләндерәм. Һәм беҙ мотлаҡ еңәсәкбеҙ, башҡаса була алмай.

ИҒТИБАР

Пилотһыҙ система ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр – юғары класлы, яҡшы әҙерлекле, автомат менән түгел, ә джойстик менән оҫта идара итеүсе яугирҙәр. Шуға күрә улар өсөн айырым шарттар булдырыла һәм унда урындар һаны ла сикләнгән.

* Был контрактсыларға башҡа яугирҙәргә тәғәйен кеүек үк түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар ҡаралған, ләкин улар өсөн айырым өҫтөнлөктәр ҙә бар.

* Хеҙмәт хәүефһеҙерәк, сөнки хәрби бәрелеш һыҙығынан алыҫта үтә.

* Контракт бер йылдан алып билдәләнгән ваҡытҡа төҙөлә. Ул тамамланғас, хеҙмәттән китергә йәки яңыһын төҙөргә мөмкин.

* Контрактта хәрби хеҙмәткәрҙе уның ризалығынан тыш пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итеүгә бәйле булмаған башҡа һөнәргә йәки икенсе ғәскәр төрөнә күсерергә ярамағанлығы яҙыла.

* Студенттар, академик отпуск алып, контракт төҙөй ала. Хеҙмәте тамамланғас, кире бюджет нигеҙендә (урындар булған осраҡта) уҡырға ҡайтырға хоҡуҡлы.

* Һөҙөмтәлелек өсөн өҫтәмә. Дошмандың техникаһын, ҡорамалдарын уңышлы юҡ иткән кешеләргә 50 000 – 500 000 һум өҫтәмә түләү ҡаралған.

* Рәсәй граждандары булған ир-егеттәр генә контракт төҙөй ала. Яңы подразделениеларҙа ҡатын-ҡыҙҙар өсөн хәрби-иҫәп белгеслектәре әлегә ҡаралмаған.

* FPV-дрон операторы булыу өсөн йәш буйынса талап – 18 йәштән 35 йәшкәсә, ә башҡа белгестәр өсөн – 18 – 45 йәш.

* Физик яҡтан үҫешкән булыу һәм һаулыҡ торошо буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡ.

* Туғыҙ кластан да кәм булмаған белемдең булыуы мотлаҡ.

* Ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәр өсөн хөкөм ителмәгән булыу шарт. Башҡа төрлө суд ҡарарҙары осрағында ҡарар һәр кемгә ҡарата шәхсән рәүештә ҡабул ителә.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Үҙең йәшәгән урын буйынса хәрби комиссариатҡа.

Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына (Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156)

“Дәүләт хеҙмәттәре”ндә заявка ҡалдырырға мөмкин.

БПЛА ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү тураһында бөтә мәғлүмәтте башбат.рф сайтында һәм 122-се телефон аша алырға мөмкин.

Фото: геройҙың шәхси архивынан. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас