Геройҙар дәүере
21 Апреля , 09:10

“Ете ҡыҙ” ҡор йыйҙы

Ҡыҙҙар "Берҙәм булғанда – беҙ еңелмәҫбеҙ" тип аталған түңәрәк өҫтәл ойошторҙо.

“Ете ҡыҙ” ҡор йыйҙы“Ете ҡыҙ” ҡор йыйҙы
“Ете ҡыҙ” ҡор йыйҙы

“Ете ҡыҙ”  йәмәғәт ойошмаһы "Берҙәм булғанда – беҙ еңелмәҫбеҙ" тип аталған түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Ҡорҙо ойошма рәйесе Ләйсән Рабаданова асты:

– “Беренсе тирмә” менән Яңы йыл байрамына ҡарай яралы яугирҙәр янына юлландыҡ. Ялҡынлы йөрәкле ирекмән Лариса Николаевна Чечкина менән шунда таныштыҡ. Яу госпиталендә эшләп ҡайтҡанда инде донъяға икенсе күҙҙәр менән баға инек. Үҙем күргәндәрҙе яҡындарыбыҙға һөйләп, берәй проект асырға кәрәк, тигән уйға килгәйнем. 2025 йылдың ғинуарҙа уҡ ошо ойошманы ойоштороп ебәрҙем. “Ете ҡыҙ” тип атаныҡ. Ете – башҡортта изге һан. Ҡурайҙа ла – ете таж. Ете ырыу, “Ете ҡыҙ” легендаһы бар. Әммә был беҙҙең командала ете генә кеше тигәнде аңлатмай. Беҙгә ҡушылғандар һәм ярҙам иткәндәр – 100-ҙән артты”, – тине ул.

Һөйләшеүҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльмира Юлдашева алып барҙы. Ул кисә барышында тулҡынландырғыс шиғырҙарын һөйләне, уй-хистәре менән дә уртаҡлашты. Альбина Килдейәрованың йөрәк түренән сыҡҡан моңдары йыйылыусыларҙың күңелен нескәртеп, сиселеп яҡындан аралашыуға этәргес булды.

Мин әлегәсә телефон аша бәйләнешкә инеп “Башҡортостан” гәзитендә әңгәмә баҫтырып та үҙен тәүгә күргән “Ферзь” менән осрашыуыма бик шат булдым. Ул әле Өфөгә ҡайтҡан, бик күп хыялдар менән янып йөрөй. Нисек тә егеттәргә ярҙам итергә ине, үҙем бында булһам да, күңелем менән мин – тегендә, яугирҙәр янында, ти ул.

Рәсәй Ветерандар союзының Башҡортостан буйынса рәйесе Альберт Ғилманов, “Һуғыш балалары” Бөтә Рәсәй ойошмаһы рәйесе Александр Палтусов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова, махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугирҙәр, уларҙың хәләл ефеттәре, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафин, шағирәләр Зөлфирә Ҡарағужина, Айгөл Йәмилева ҡатнашлығында үткән сара йыр-шиғыр менән үрелеп барҙы. Китапханасы, яугир ҡатыны Айгөл Байморатова ғаиләһе хаҡында һөйләп, тулҡынландырғыс видео күрһәтте.

“Масксети Щит Уфа” ирекмәндәре хәрәкәте етәксеһе Зилә Фәттәхова МХО биләмәһенә Башҡортостандың халыҡ артистары Нәзифә Ҡадирова, Ғәли Алтынбаев менән гуманитар ылау алып барыуҙары хаҡында һөйләне. 2022 йылдың октябренән республикала тотош хәрәкәтте барлыҡҡа килтергән, Өфөлә селтәр үреү буйынса 14 цех, Башҡортостанда 150 ошондай төркөмдө шефлыҡҡа алған, 556 хәрби часты кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итеп, меңәрләгән яугирҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән ойошманы етәкләгән ҡатындың эшмәкәрлеге һоҡландырғыс.

Сараға махсус ҡунаҡ итеп үҫмер ҡыҙ Полина Дудко саҡырылғайны, ул «Коса» позывнойы менән билдәлелек яулап өлгөргән. Уның дәртле, рәхты күтәрә торған шиғырҙарын айырыуса яугирҙәр үҙ иткән: ҡыҙҙың сағыу тауышы бөтә ил буйынса ғына түгел,  окоптарҙа, госпиталдәрҙә лә яңғырай.

Полина Дудко Өфөлә тыуған. Өләсәһе һәм ата-әсәһе сығышы менән Хабаровскиҙан, әммә бер нисә йыл элек Башҡортостанға күсеп килгәндәр. 25-се мәктәптең 5А класында уҡыған был үҫмерҙең яңғырауыҡлы тауышын яугирҙәребеҙгә арнап яҙған күп һанлы видеояҙмаларында ишетергә мөмкин. Фронттағы һалдаттар уны «Коса» тип белә. Күреүебеҙсә, ҡыҙҙың сәсе оҙон, әйтһә әйтә лә ҡуя торған ныҡлығы  ла бар.

"Полина ҡурсаҡ уйнап, балалар китаптарын уҡыу урынына һуғыш тураһында документаль фильмдар ҡарарға яратты", - ти ейәнсәре хаҡында өләсәһе Тамара Вәрис ҡыҙы. Полина үҙе лә ошо шөғөлө арҡаһында 100 меңдән артыҡ аҡса йыйып, һалдаттарға ярҙамға оҙатҡан. Ҡыҙыҡай үҙе лә шиғырҙар яҙа.

Әбйәлил районы Рысҡужа ауылынан Зөһрә апай Мәһәҙиева - “Ете ҡыҙ” ағзаһы Азалиә Баймырҙинаның әсәһе. Ул 2023 йылда махсус хәрби операцияла улы Айнурҙы юғалтҡан. 2022 йылдан башлап Зөһрә Зиннәт ҡыҙы гуманитар ылау йыйыу менән була, оҙаҡ йылдар Рысҡужа ауылы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын, “Ҡыҙылым” фольклор ансамблен етәкләй. “Ете ҡыҙ”ҙарға ла ул алыҫ сәфәргә сыҡҡандарында ярҙам итә. Осрашыуҙа Айнурҙың улы Илдар атаһына арнап Артур Ғәҙелшиндең “Башҡортостан егеттәре” йырын башҡарҙы.

2024 йылдың ноябрь айында ойошторолған  “Беренсе тирмә”нең проект администраторы Сулпан Мөхәтғәлиева һөйләүенсә, бөгөнгө көнгәсә яралы яугирҙәргә ярҙам итергә 251 ирекмән барып ҡайтҡан.  Теләк белдереүселәр бик күп, әлегә был проектҡа 38 райондан ҡатнашҡандар. Был эш туҡтамай, ҡушылырға теләүселәрҙе көтөп ҡалабыҙ, тине ул. Сулпан үҙе яралы яугирҙәр янына ике тапҡыр барып ҡайтҡан.

Хәрби хәбәрсе Ильяс Батыргәрәев үҙе үткән юл тормош тәжрибәһе биреүе, ысын кешеләрҙе айырырға өйрәтеүен әйтте. 

“Күберәк аралашырға, бергә булырға кәрәк, шул ваҡытта күп мәсьәләләрҙе хәл итә, бер-беребеҙгә терәк була алабыҙ”, – тигән фекерҙә нығынып таралышты“Ете ҡыҙ”  йыйған ҡорҙан ҡунаҡтар. 

 

Һүрәттәрҙә: "Түңәрәк өҫтәл"дән бер күренеш. "Ете ҡыҙ"ҙар Зөһрә апай Мәһәҙиева менән. Әбйәлил ҡыҙҙары. Александр Палтусов. Илдар Мәһәҙиев. Мөнир Ҡунафинға миҙал тапшырылды. Яугир һүҙе. Полина Дудко сығышы. Сығыштар. "Ферзь" менән фотолар.

“Ете ҡыҙ” ҡор йыйҙы
“Ете ҡыҙ” ҡор йыйҙы
“Ете ҡыҙ” ҡор йыйҙы
“Ете ҡыҙ” ҡор йыйҙы
“Ете ҡыҙ” ҡор йыйҙы
“Ете ҡыҙ” ҡор йыйҙы
“Ете ҡыҙ” ҡор йыйҙы
“Ете ҡыҙ” ҡор йыйҙы
“Ете ҡыҙ” ҡор йыйҙы
“Ете ҡыҙ” ҡор йыйҙы
“Ете ҡыҙ” ҡор йыйҙы
“Ете ҡыҙ” ҡор йыйҙы
“Ете ҡыҙ” ҡор йыйҙы
“Ете ҡыҙ” ҡор йыйҙы
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас