Тарихты намыҫлы кешеләр яҙырға тейеш

Бөгөн Өфөләге «Торатау» конгресс-холында V «Нацизмһыҙ донъя өсөн» халыҡ-ара йәштәр форумы үтте. Сара Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә арналды.

Тарихты намыҫлы кешеләр яҙырға тейешТарихты намыҫлы кешеләр яҙырға тейеш
Тарихты намыҫлы кешеләр яҙырға тейеш

Форумдың маҡсаты – Рәсәй тарихи мәҙәниәтен формалаштырыу, Икенсе донъя һәм Бөйөк Ватан һуғыштары тарихын боҙоп күрһәтеүгә ҡаршы тороу, шулай уҡ йәштәр мөхитендә нацизмға ҡаршы ҡиммәттәрҙе нығытыу.

Форум эшендә Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары студенттары һәм мәғариф ойошмалары уҡыусылары, дәүләт власы органдары, йәмәғәт, хәрби-патриотик һәм йәштәр ойошмалары, ғилми берләшмә, киң мәғлүмәт саралары һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре ҡатнашты.

Форум программаһында:

– Бөйөк Ватан һуғышына һәм махсус хәрби операцияға арналған тематик күсмә күргәҙмә проекттарын күрһәтеү (Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы, Республика Хәрби Дан музейы, БР Милли архивы, БР Милли китапханаһы, БР Милли музейы, Өфө ҡалаһының тарих музейы, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалы);

– белем биреү ойошмалары араһында "Ваҡыты сикләнмәгән" Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабын уҙғарыу;

– Башҡортостан етәкселегенең тантаналы сәләмләүҙәре, шулай уҡ Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм Беларусь Республикаһынан видеосәләмләүҙәр менән башланған пленар ултырыш;

– форумда ҡатнашыусыларҙың тарихи хәтерҙе һаҡлау, тарихты боҙоп күрһәтеүгә һәм йәштәр араһында неонацист һәм башҡа деструктив идеяларҙы таратыу ынтылыштарына ҡаршы тороу темалары буйынса докладтары.

Сара йәштәрҙең, ғалимдарҙың, власть һәм йәмәғәтселек вәкилдәренең тарихи хәҡиҡәтте һаҡлау һәм Рәсәй йәмғиәтенең берҙәмлеген нығытыу мәсьәләләре буйынса диалогы өсөн мөһим майҙансыҡ булып тора.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Данияр Абдрахманов республика етәксеһе Радий Хәбировтың форумда ҡатнашыусыларҙы тәрбрикләү һүҙҙәрен уҡып ишеттергәндән һуң пленар ултырышта йәштәр алдында Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов “Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә тыныслыҡ һәм татыулыҡты тәьмин итеү: эксперттар йәмғәиәтәнең ҡеүәте” исемле доклад менән сығыш яһаны. Артабан Башҡортостан Прокуратураһының өлкән прокуроры Татьяна Овчинникова, Рәсәйҙең Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының кадрҙар бүлеге етәксеһе Илмир Ҡаһарманов, Өфө фән һәм технологиялар университетының Тарих һәм дәүләт идараһы институтының Рәсәй тарихы, тарихи яҙмалар һәм сығанаҡтар кафедраһы мөдире, тарих фәндәре кандидаты Рәмил Рәхимов һәм башҡалар сығыш яһаны.

Форумға йыйылғандарҙы видеоэлемтә аша Беларусь Республикаһы “Брест ҡәлғә-геройы” мемориаль комплексы” дәүләт учреждениеһы директоры Александр Коркотадзе менән Рәсәй тарих йәмғиәтенең Луганск Халыҡ Республикаһындағы бүлексәһе Артем Рубченко сәләмләне.

Рәсәй тарих йәмғиәтенең Башҡортостандағы бүлексәһе советы рәйесе, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры, сәйәсәт фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Марат Мәрҙәнов менән Рәмил Рәхимов бер төркөм әүҙем йәмәғәтселәргә мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереүгә, тарихи хәтерҙе һаҡлап ҡалыуға индергән ҙур өлөштәре, форумды әҙерләшеүҙә ҡатнашҡандары өсөн дәүләт наградаларын тапшырҙы.  

Форумды ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм уның Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге, Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы  Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, «Мәҙәни-ара партнерлыҡ үҙәге» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, Республика балалар турист белеме биреү үҙәге, Башҡортостандың «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» төбәк бүлексәһе, Рәсәй тарихи йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе һәм башҡа ойошмалар.

 

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Тарихты намыҫлы кешеләр яҙырға тейеш
Тарихты намыҫлы кешеләр яҙырға тейеш
Тарихты намыҫлы кешеләр яҙырға тейеш
Тарихты намыҫлы кешеләр яҙырға тейеш
Тарихты намыҫлы кешеләр яҙырға тейеш
Тарихты намыҫлы кешеләр яҙырға тейеш
Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас