Тарихи дөрөҫлөктө ялғандан айырайыҡ

Өфөлә “Нацизмһыҙ тормош өсөн” тигән 5-се халыҡ-ара йәштәр форумы үтте.

Тарихи дөрөҫлөктө ялғандан айырайыҡТарихи дөрөҫлөктө ялғандан айырайыҡ
Тарихи дөрөҫлөктө ялғандан айырайыҡ

 “Торатау” конгресс-холында уҙғарылған сара студенттарҙы, ғалимдарҙы, власть вәкилдәрен, көс структураларын, йәмәғәт ойошмаларын берләштерҙе.

Быйыл был сара Рәсәйҙең Халыҡтар берҙәмлеге йылына һәм етеп килгән Еңеү көнөнә арналды. Дискуссия күрһәтеүенсә, һүҙ даталар символикаһы тураһында ғына барманы, геосәйәсәт баҫымы шарттарында, тотороҡһоҙ халыҡ-ара хәлдәрҙә тарихты тотороҡло аңлауҙы һаҡлау хаҡында һөйләнелде.

Биш йыл эшләү дәүерендә форум төбәк башланғысынан тулы эксперт майҙансығына әүерелде.

Рәсәйҙең Тарих йәмғиәтенең Башҡортостандағы бүлексәһе советы рәйесе, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығының гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов бөгөн был киңлектең быуындар араһындағы асыҡ майҙансыҡҡа әүерелеүен билдәләне. Уның әйтеүенсә, махсус хәрби операция башланыу менән Икенсе донъя һуғышы һөҙөмтәһен әҙәпһеҙ ҡабаттан ҡарау осраҡтары көсәйгән. Был йәһәттән дуҫ булмаған илдәрҙән мәғлүмәт һөжүмендә төп акцент йәштәргә йүнәлтелә.

–Хәҙер кешелек ул һуғыштың ҡурҡыныс һабаҡтарын ҡабаттан ҡарауға йүнәлтелгән яһалма тарихи бәхәскә инергә мәжбүр. Тарихи факттарҙы боҙоп күрһәтеү, ысын ҡорбандар, хәрби-антифашистар батырлыҡтары тураһында  хәтерҙе юйыу буйынса тырышыуҙар бөгөн төрлө формалар ала. Традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәргә бындай күренеш туранан-тура хәүеф булып тора. Халыҡ хәтерендә, айырыуса йәш быуында атай-олатайҙарыбыҙ батырлығын һаҡлауға барлыҡ көстө һалыу бөгөн айырыуса мөһим, – тине Мәрҙәнов.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Данияр Абдрахманов форумдың үҙенсәлекле ваҡытта – бер нисә символ датаһы фонында үтеүе тураһында белдерҙе. Бөгөн төп бурыс – тарихи хәтерҙе һаҡлау ғына түгел, Рәсәй йәмғиәте аңында үткән ваҡиғаларҙы дөрөҫ итеп аңлауҙы нығытыу.

- Был сараны Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында, республикала ҙур һәм татыу ғаилә йылында, Совет халҡының берҙәмлеге менән өлгәшелгән Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеү көнө алдынан уҙғарабыҙ. Алда системалы ҙур эш тора. Тап шул рәүешле генә беҙ иртәгәһе көнгә ышаныс менән баҡҡан лайыҡлы быуын үҫтереү маҡсатына өлгәшәбеҙ, - тине ул.

Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Инесса Косолапова был системалы эштең мөһим өлөшөн балалар тәрбиәләүҙә күрә.

- Йәштәрҙә тыуған илгә һөйөү уятыуҙа, дөрөҫ ҡиммәттәр формалаштырыуҙа төп кеше булып педагог тора. Был йәһәттән беҙҙең партнерҙарыбыҙ Рәсәйҙең тарихи йәмғиәте,  “Белем” төбәк йәмғиәте  һәм башҡа ойошмалар менән ҙур эш алып барыла. Беҙҙең белем биреү учреждениелары “Күпме ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан” федераль проектына, тикшеренеү эштәре һәм музей экспозициялары конкурстарына әүҙем ҡушыла. Хәрби-патриотик клубтарыбыҙ, эҙәрмән, “Юнармия” отрядтары ла мөһим роль уйнай. Барлыҡ белем биреү ойошмаларындағы “Герой партаһы”, “Батырҙар менән диалогтар” проекттарын тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итәбеҙ, - тине Косолапова.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов изге идеалдарҙың китаптар, музей күргәҙмәләре, сәнғәттең башҡа формалары аша быуындан-быуынға тапшырылыуы тураһында әйтте.

Рәсәйҙең Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының бүлек начальнигы урынбаҫары Илмир Ҡаһарманов тарихты боҙоп күрһәтеүҙә бөгөн яңы технологиялар, шул иҫәптән нейроселтәр ҡулланып та эшләүҙәре мөмкин булыуын белдерҙе. Шуға ла архив документтарының баһаһы ҙур.

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостандың дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов әйтеүенсә, Рәсәйҙә нацизм менән көрәште бөгөн тарихи хәтерҙе  һәм илебеҙ халыҡтарының тарихи юлы берҙәмлеген һаҡлауҙан айырып ҡарау мөмкин түгел.

Башҡортостандың Йәмәғәт хәүефһеҙлегенең ведомство-ара  советы секретары, Башҡортостандың терроризмға ҡаршы комиссияһы аппараты етәксеһе Валерий Олейник Бөйөк Ватан һуғышы осоро һәм заман хәүефе тураһында һөйләне.  

Рәсәйҙең тарихи йәмғиәте идаралығы башлығы, “Ватан тарихы” фондының башҡарма директоры Руслан Гагкуев Советтар Союзының тап күп милләтле булыуы дошманды еңеүҙең факторҙарының береһе булыуын билдәләне.  

- Немец-фашистарҙың баҫып инеүе беҙҙең ил өсөн ауыр һынау булды. Ул ҙур көс һәм ресурс талап итте. Бындай һөжүмгә ҡаршы тороу күп милләтле Совет халҡының дөйөм көсө менән генә мөмкин булды. Нацист башлыҡтары Советтар Союзының  этник күп төрлөлөгөн йомшаҡ урын тип иҫәпләне, ә беҙҙең ил халҡы берҙәм фронт менән дөйөм дошманға ҡаршы берләште. Бөгөн уларҙың илһөйәрлеге,  ҡаһарманлығы, хәрби туғанлығы заман батырҙарыбыҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн өлгө булып тора. 85 йыл элек һымаҡ уҡ, Рәсәй нацизмды ҡабул итмәү позицияһында ныҡлы тора. Илебеҙҙә иғлан ителгән Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы – нацизм идеологияһының тәбиғәтенә тәрәнерәк ҡарау өсөн яҡшы мөмкинлек. Башҡортостанда дөйөм тырышлыҡ менән тарихи белем биреү һәм йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү тармағында системалы эш булдырылған,  - тине ул.

 

Фото: Валерий Шахов. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас