

Тәтешле районынан Ҡыямовтар ғаиләһе “Ҙур һәм талантлы ғаилә” тип аталған Асыҡ ҡала ансамблдәр фестивалендә “Иң яҡшы инструменталь ансамбль” номинацияһында 1-се дәрәжә лауреат исемен яуланы.
Өфө ҡалаһының Ленин районындағы “Тулҡын” паркында Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған “Ҙур һәм талантлы ғаилә” фестиваленең Гала-концерты үтте.
Сарала республиканың төрлө райондарынан килгән ғаиләләр ҡатнашты. Улар һәләттәрен биш номинацияла – вокал, хореография, инструменталь музыка, фольклор һәм һөнәрҙәр – күрһәтте. Ҡыямовтар Тәтешлелә талантлы, берҙәм һәм ижади кешеләр йәшәгәнен тағы бер ҡат иҫбатланы. Ихлас күңелдән ҙур ғаиләне еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Фото: ”Тәтешле хәбәрҙәре” гәзите.