

“Рәсәй-Мәҙәниәт” телеканалының документаль фильмдары циклы ижади төркөмө (Мәскәү ҡалаһы) Ҡариҙел районы биләмәһендә фильм төшөрә. Проект Унлар башҡорт ырыуының II съезы резолюцияһын үтәүгә ярашлы, “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы, Ҡариҙел районы хакимиәте, Ҡариҙел районының мәҙәниәт бүлеге, Ҡариҙел мәғлүмәт үҙәге һәм Унлар башҡорттар ырыуы советы ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Фильмдың маҡсаты – унлар башҡорттарының этномәҙәни байлығын һаҡлау һәм күрһәтеү. Ижади төркөм тәүге көндә Ҡариҙел, Иҫке Аҡбүләк, Яҡуп ауылдары халҡы менән осрашты. Ҡунаҡтар өсөн Ҡараяр, Абдулла һәм Кеҙесе халҡы ла ижади сюрприздар әҙерләгән.
Унлар - төньяҡ башҡорттары этнографик төркөмөнә ҡараған башҡорт ырыуы. Был ырыуҙың күпләп йәшәгән тәү төйәге - Ҡариҙел йылғаһының уң ҡушылдығы булған Байҡы йылғаһы үҙәне. Унларҙың бер өлөшө Ҡариҙел йылғаһы буйын үҙ итә, ә был яҡтарҙа башҡа тарафтарҙан күсеп килгән халыҡтар күбәйә башлағас, көнсығышҡа, Йүрүҙән йылғаһының түбәнге ағымы буйындағы ерҙәргә юллана.
Унлар башҡорттарының ауылдары Өфө губернаһының Бөрө өйәҙендәге Су-унлар улусына ҡарай, ул Йәнсәйет һәм Байҡы түбәләренә бүленә. Шулай уҡ Танып улусы составында Ҡыр-Унлар түбәһе була. 1894 йылда унлар ауылдары Байҡы һәм Байҡыбаш улустарын хасил итә. Ҡариҙел районының Абтулла (Бәҙрәш), Буронғот, Ҡараяр, Дүртөйлө, Ҡаҙысай, Кантон (Ысыҡты), Яңы Бирҙәш, Иҫке Аҡбүләк (Әзмәй), Яңы Аҡбүләк, Туйыш, Хәлил, Юлдаш, Яҡуп, Малик, Тегермән (Иҫке Бағазы, Үрге Тегермән, Түбәнге Тегермән), Яңы Йәнсәйет, Иҫке Йәнсәйет, Шамрат, Мата ауылдарын унлар башҡорттары нигеҙләгән.
Борай районында ла унлар ауылдары бар: Иҫке Ҡиҙгән, Яңы һәм Иҫке Ҡарағош, Кәшкәләү, Дауытлар, Баҡалы (Имәнкүпер, Иҫке Имәнкүпер). Был ауылдар Танып улусының Ҡыр-Унлар түбәһенә ҡарай.
Асҡын районының Упҡанкүл ауылына ла унларҙар нигеҙ һалған, ошо райондың Ҡарткиҫәк, Яңы Ҡарткиҫәк ауылдарында ла унларҙарҙың су-ун һәм байҡы түбәләре вариҫтары танып ырыуы башҡорттары менән ҡатнашып йәшәй.
Фото: “Ҡариҙел” гәзите.