Иртәгә республикала һабантуйҙар миҙгеле башлана

Һабантуйҙар графигы менән танышығыҙ

Иртәгә республикала һабантуйҙар миҙгеле башланаИртәгә республикала һабантуйҙар миҙгеле башлана
Иртәгә республикала һабантуйҙар миҙгеле башлана

Май аҙағында һәм йәй дауамында республика ҡала һәм райондарында Һабантуйҙар үтәсәк. Ҡунаҡтарҙы концерттар, ижади коллективтарҙың сығыштары, милли аш-һыу, һөнәрселәр йәрминкәләре һәм традицион спорт ярыштары көтә.

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы:

30 майҙаӘбйәлил, Ғафури, Йылайыр, Ҡалтасы һәм Күгәрсен райондарында;

июндә төп тантаналар бер юлы 20 урында – Әлшәй, Архангел, Асҡын, Ауырғазы, Баҡалы, Бишбүләк, Бүздәк, Бөрйән, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Мәләүез, Миәкә, Өфө, Учалы, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә һәм Яңауыл райондарында;

11 июнь – Баймаҡ районында;

12 июнь – Балтас, Балаҡатай, Благовар, Благовещен, Борай, Дәүләкән, Дыуан, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡыйғы, Краснокама, Мишкә, Нуриман, Салауат, Стәрлебаш, Тәтешле, Туймазы, Федоровка һәм Шаран райондары;

13 июнь – Бөрө, Ҡариҙел, Мәсетле һәм Стәрлетамаҡ райондары;

20 июндә – Бәләбәй һәм Көйөргәҙе райондарында;

июль – Дүртөйлө районында;

18 июлдә – Белорет районында.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас