"Урал батыр" эпосы көнө дуҫлыҡ байрамына әйләнде

Донъя кимәлендә дан алған артистар Белорет ерендә сығыш яһаны.

"Урал батыр" эпосы көнө дуҫлыҡ байрамына әйләнде"Урал батыр" эпосы көнө дуҫлыҡ байрамына әйләнде
"Урал батыр" эпосы көнө дуҫлыҡ байрамына әйләнде

Белорет районында, Үрге Әүжән менән Исмаҡай ауылдары араһында, тәүге тапҡыр “Урал батыр” эпосы көнөнә арналған күләмле сара уҙҙы. Был урын осраҡлы һайланмаған – бында башҡорт эпосының төп геройына мемориал ҡуйылған.

Сараға мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килгәйне. Улар араһында РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова, Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов, Башҡортостандың Адвокаттар палаһы рәйесе Булат Йомаҙилов, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры вазифаһын башҡарыусы Ранис Алтынбаев бар ине.

Эпос байрамында Өфөнән "Әй Йола" төркөмө, Зәйнетдин, BABY TI, Башҡортостандың Дәүләт ҡурайсыларҙың ансамбле, Салауат Әйүпов, Зилә Лира, Флорида Иркина-Хәмзина кеүек билдәле артистар, урындағы һәүәҫкәр йырсылар, төркөмдәр, уҡыусылар сығыш яһаны.

Байрамға республиканың төрлө төбәктәренән халыҡ күп йыйылды. Йәмәғәт туҡланыуы ойошторолдо, сауҙа нөктәләре ойошторолдо. Милли уйындар конкурсы, уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар палатаһы “Урал батыр” байрамы хөрмәтенә автоуҙыш ойошторҙо.

Ғөмүмән, “Урал батыр” эпосы көнө төрлө милләт вәкилдәрен матур йыр-моң, рух һәм халыҡтар дуҫлығы байрамына тупланы.

Азат ХӘКИМОВ, Белорет районы хакимиәте башлығы:

– Ҙур сараны ойоштороуға тотонор алдынан “халыҡ килерме, лайыҡлы кимәлдә үтерме?” тигән уйҙар тыуҙы. Әммә ҡунаҡтарыбыҙҙың, артистарыбыҙҙың, балаларыбыҙҙың күҙҙәренә ҡарап барыһы ла дөрөҫ икәнен аңланым. "Урал батыр" – ул боронғо эпос ҡына түгел, ә намыҫыбыҙ, әхлағыбыҙ, аҡылыбыҙ. Уны үҫеп килгән быуынға тапшырырға бурыслыбыҙ.

Байрамда булған һәр кемгә ҙур рәхмәт – алыҫтан килгәндәргә лә, сәхнәлә сығыш яһап, рухи көс биргән артистарға ла. Ә “Әй Йола” төркөмө – бөтә донъяға билдәле коллектив. Уларҙы Белорет ерендә тыңлау ысын бүләк булды.

Байрамды ойоштороу буйынса ла, ҡунаҡтарға уңайлыраҡ итеү өсөн тағы ла нимәләр өҫтөндә эшләргә кәрәклеген билдәләнек. Әгәр барыһы ла килеп сыҡһа, йыл һайын ошондай сара ойошторасаҡбыҙ. “Урал батыр” эпосы көнөн билдәләү изге йолаға әүерелеүен теләйбеҙ.

Рәмилә МУСИНА фотолары.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас