

“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы ойошторған Бөтә Рәсәй “Был беҙҙең ғаиләлә” конкурсының финалында 85 төбәктән 330 команда ҡатнашҡан.
Күләмле сара 5 июлдән 8-енә тиклем “Сенеж” идаралығының Мәскәү эргәһендәге Оҫтаханаһында үтәсәк. Финалсылар араһында - Башҡортостандан 30 кешенән торған биш ғаилә. Ҡатнашыусыларҙың йәше 5 йәштән 86 йәшкә тиклем. Төп бүләк - 5 миллион һумлыҡ 60 сертификат, уларҙы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтергә мөмкин. Еңеүселәрҙең исемдәре ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә иғлан ителәсәк.
Финалсыларҙың төп өлөшө (300 команда) округ ярымфиналдары йомғаҡтары буйынса формалашҡан, ноябрҙән майға тиклем дауам иткән өҫтәмә онлайн-заданиеларҙы уңышлы үтәү арҡаһында тағы 30 ғаилә путевкаға эйә булған.
“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” платформаһының генераль директоры Андрей Бетин билдәләүенсә, конкурс ойоштороусылар өсөн - ул ярыш түгел, ә ҙур ғаилә байрамы. Ул ҡатнашыусыларҙың үҙенсәлекле булыуын билдәләне: улар араһында профессиональ династия вәкилдәре (педагогтар, тимер юлсылар, табиптар, төҙөүселәр, энергетиктар, хәрбиҙәр һәм саңғысылар), туғандарын һәм тәрбиәгә алған балаларҙы тәрбиәләүсе күп балалы ғаиләләр (командаларҙың береһендә улар 30-ҙан ашыу), шулай уҡ ярты быуаттан ашыу бергә йәшәгән парҙар бар. Уның һүҙҙәренсә, һәр ғаиләне йолаларға тоғролоҡ һәм бер-береһенә терәк-таяныс була белеү берләштерә.
Башҡортостан исеменән финалда Дәүләтовтар-Саҙрисламовтар, Ғиззәтуллиндар-Черных, Зәйнуллиндар-Бакировтар, Копейкиндар-Никитиндар-Некрасовтар һәм Нәсибуллиндар династиялары сығыш яһай. Икенсе миҙгелдә төбәктән бөтәһе 4831 ғаилә (16 392 кеше) ҡатнашты. 5 июлдә тантананы асыу Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арнала: парад, милли кейемдәрҙә әйлән-бәйлән һәм төрлө милләттәрҙең ризыҡтары менән “Гастрономиялы Рәсәй” фестивале планлаштырылған.
Төп һынауҙар 6-7 июлдә үтәсәк. Конкурстарға 8 июлдә ВДНХ-ның Йәшел театрында йомғаҡ яһаласаҡ. Торлаҡ һатып алыуға йәки ипотеканы ҡаплауға аҡсалата сертификаттарҙан тыш, бөтә финалистар ғаилә сәйәхәтенә сертификаттар аласаҡ.
Конкурс “Ғаилә” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Округтарҙа ярымфиналда Рәсәйҙең 86 төбәгенән 1500-ҙән ашыу ғаилә, шул иҫәптән Ҡаҙағстандан ике команда ҡатнашҡан.
Фотолар: “Был беҙҙең ғаиләлә” конкурсының матбуғат хеҙмәтенән.
Сығанаҡ: "Йәштәр гәзите".