

Архангельск өлкәһендәге 71°49,7' төньяҡ киңлек, 51°26,2' көнсығыш оҙонлоҡ координаттары буйынса урынлашҡан арктик морон легендар осоусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемен йөрөтәсәк. Бындай ҡарарҙы Архангельск өлкә йыйылышы депутаттары 27-се саҡырылыш йәйге сессияһында ҡабул итте.
Белеүебеҙсә, яҡташыбыҙ Муса Гәрәев фронтта легендар ИЛ-2 штурмовигында һуғыша. Ул Сталинградтан Пиллауға тиклем юл үтә, 250 хәрби осош яһай. 1943 йылда Донбассты азат итеү барышында Муса Гәрәев дошман аэродромында тиҫтә ярымға тиклем самолетты юҡ итә.
Әйткәндәй, Муса Гәрәев исемен биреү тураһындағы тәҡдим - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы. Ошо арала республика Башлығы Архангельск өлкә депутаттар йыйылышына мөрәжәғәт итте. Һәм был матур башланғыс федераль һәм төбәк кимәлендә хупланыу тапты, йәғни ҡарарҙы Архангельск өлкәһе губернаторы Александр Цыбульский, Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Көнбайыш Арктика төбәге буйынса сик буйы идаралығы һәм “Рус география йәмғиәтенең” Архангельск төбәк бүлексәһе бергә ҡабул иткән.
Әлеге ваҡытта документтар федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенә экспертизаға ебәрелгән. Был экспертизанан һуң “Гәрәев” морононоң атамаһы рәсми рәүештә Рәсәйҙең бөтә карталарында ла күренәсәк.
Шәп бит, эйеме?!
Олег Яровиков фотоһы.