Ярослав видео аша ҡурайҙа уйнарға өйрәнгән

Ул велосипедта йөҙҙәрсә саҡрым үтеп, Хәйбуллаға килеп төштө.

Ярослав  видео аша ҡурайҙа уйнарға өйрәнгәнЯрослав  видео аша ҡурайҙа уйнарға өйрәнгән
Ярослав видео аша ҡурайҙа уйнарға өйрәнгән

Ошо көндәрҙә Хәйбулла районында велосипедта сәйәхәт итеүсе Ярослав Островский Йомабай Иҫәнбаев музейында булған. Был хаҡта Йомабай Иҫәнбаев музейы хеҙмәткәрҙәре хәбәр итә.

Ярослав сәйәхәтен үҙенең тыуған еренән - Свердловск өлкәһенең Каменск-Уральский ҡалаһынан башлай. Сәйәхәтсе йөҙҙәрсә саҡрым үтеп, Силәбе, Южноуральск, Магнитогорск, Арҡайым, Асҡар, Сибай, Баймаҡ кеүек урындарҙа булған һәм һәр береһендә туҡтап, урындағы иҫтәлекле урындарҙы өйрәнә.

"Һеҙҙең тарафтарға килгәндә музей билдәһен күреп, унда барғым килде", - ти Ярослав. Ул Мәҙинә Лоҡман ҡыҙының мәшһүр ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев тураһында һөйләүен ихлас тыңлаған. Ҡурай менән бер нисә йыл элек, тыуған яғында һабантуй байрамы үткәрелгәндә, ҡыҙыҡһына башлауы хаҡында бәйән иткән.

Ҡурайҙа яңғыраған көйҙө ишетә, тауышы оҡшай, шул һабантуйҙа музыка ҡоралы һатып ала һәм видеодәрестәр ярҙамында үҙе лә ҡурайҙа уйнарға өйрәнә. "Миңә үҙебеҙ менән бергә йәшәгән халыҡтың моңдары оҡшай", - ти ул. Музейҙа Ярослав "Хәтирә", "Әпипә", "Моңло ҡурай" кеүек көйҙәрҙе уйнаған.

"Мине башҡорт халҡының этномәҙәниәте, бигерәк тә боронғо экспонаттар ҡыҙыҡһындыра", - ти ул. Уның иғтибарын XX быуат башында тегелгән һәм алтынланған үрмә, металл биҙәк, тәңкәләр менән биҙәлгән ҡатын-ҡыҙ камзулдары йәлеп итә. Түбәнге Исмәк ауылында йәшәүселәр тапҡан металл ҡылыс та уны ҡыҙыҡһындырған.

Велосипед сәйәхәтен Ярослав Ырымбур ҡалаһында тамамларға уйлай.

Рус егетенең башҡорт мәҙәниәтен, милли музыка ҡоралыбыҙ ҡурайҙы яратыуы һоҡландыра, оло ихтирам уята.

Фото һәм сығанаҡ: Мәҙинә Ғүмәрова

Ярослав  видео аша ҡурайҙа уйнарға өйрәнгән
Ярослав  видео аша ҡурайҙа уйнарға өйрәнгән
Ярослав  видео аша ҡурайҙа уйнарға өйрәнгән
Ярослав  видео аша ҡурайҙа уйнарға өйрәнгән
Ярослав видео аша ҡурайҙа уйнарға өйрәнгән
Автор:Карима Усманова
Читайте нас