

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, эстрадабыҙҙың моңло һандуғасы Римма Амангилдина (Римма Амангильдина) үҙенең йәйге тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан.
– Ғүмеребеҙ ҡалала үтһә лә, тыуған яҡ һәр саҡ үҙенә тартып тора. Ваҡыт булғанда, зәңгәр күлдәр иле – Әбйәлилемә һағынып ҡайтам. Ҡатын-ҡыҙ өсөн килен булып төшкән ер ҙә күңелгә яҡын төйәккә әйләнә икән ул. Халҡыбыҙҙың “Үҫкән ерҙән төшкән ер ҡәҙерле” тигән мәҡәле тап ошо хаҡта. Бынан 32 йыл элек Күгәрсен районы Үрге Мөрсәләй-Дөмбәй ауылына килен булып төштөм. Тормош иптәшем Иректең тыуған яҡтары, йәмле Оло Эйек буйҙары – яратҡан ҡәҙерле төйәгем.
Фотола йәйҙең хозур иртәһендә хуш еҫле гөл-сәскәләр яландарҙы гиҙеп, мәтрүшкәләр йыйып ҡайтып киләбеҙ Ирек менән. Өйҙә яратҡан ҡәйнәм тәмле бәлештәр бешереп көтә. Ҡәйнеш, килен, уларҙың балалары менән шау-гөр килеп ял итәбеҙ, Аллаға шөкөр.
Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙең сәхнә кешеләренең тормошо айырылғыһыҙ ауыл халҡы менән бәйле. Гастроль сәфәрҙәре башланыу менән яратҡан тамашасыларыбыҙ янына ашҡынабыҙ. Ижад юлымда 100-ҙән ашыу сит илдәрҙә, Рәсәйҙең күп төбәктәрендә булдым – бихисап ер-һыу күрҙем, әммә моңло ҡурай яңғыраған мәғрур тауҙар, мул һыулы йылғалар, ҡуйы урмандар, хәтфә болондар, зәңгәр күлдәр иле – тыуған Башҡортостаным – иң гүзәл ер ул, – тип белдергән Римма Амангилдина.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.ru/bashgf.