Радий Хәбиров Күмертауҙың йәмәғәтселәре менән осрашты

"Беҙҙең унан мөһимерәк маҡсатыбыҙ юҡ. Күпме кәрәк, шунса яугирҙәребеҙгә ярҙам итәсәкбеҙ", – тине Башҡортостан Башлығы. 

Радий Хәбиров Күмертауҙың йәмәғәтселәре менән осраштыРадий Хәбиров Күмертауҙың йәмәғәтселәре менән осрашты
Радий Хәбиров Күмертауҙың йәмәғәтселәре менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  Күмертауҙа ҡаланың йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашты.  Әңгәмә барышында иҡтисад үҫеше һәм социаль өлкә, шулай уҡ халыҡты борсоған башҡа  мәсьәләләр тураһында фекер алышыу булды.

Республика етәксеһе муниципалитет иҡтисадында ыңғай үҙгәрештәрҙе билдәләне.

– Мин Күмертауҙа даими булам. Элек беҙ күберәк  КумАПП предприятиеһы өсөн борсола инек,  ул ҡала өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Бөгөн компания яҡшы хәлдә, уның ҙур күләмдәге заказдары һәм артабанғы үҫеш өсөн стратегик пландары бар,– тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы  шулай уҡ “Шахтер” стадионын яңыртыу буйынса пландары тураһында хәбәр итте, был эшкә 2027 йылда тотонорға уйлайҙар.

Төп темаларҙың береһе  махсус хәрби операцияға ярҙам мәсьәләһе булды.

–Беҙҙең унан мөһимерәк маҡсатыбыҙ юҡ. Күпме кәрәк, шунса яугирҙәребеҙгә ярҙам итәсәкбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы. – Шуның менән бергә ҡаланы үҫтереүҙедауам итергә, мәктәптәрҙе ремонтларға, федераль программаларҙа ҡатнашырға кәрәк. Балалар мәктәптәргә йөрөргә, бейергә өйрәнергә, спорт менән шөғөлләнергә тейеш.

.Төбәк етәксеһе йәмғиәт алдында етди һынауҙар тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, шуға күрә тупланғанлыҡты, киләсәккә ышанысты һаҡларға кәрәк, тип белдерҙе.

–Ваҡыт ябайҙан түгел. Хәҙер көслө булырға һәм һынауҙарҙы еңеүебеҙгә ышанырға тейешбеҙ. Ә республиканың идара итеүсе командаһы иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең үҫешен тәьмин итергә тейеш, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың тыныс тормошҡа ҡайтыу мәсьәләһенә  айырыуса ҙур иғтибар йүнәлтелде. Республика етәксеһе билдәләүенсә, власть органдарының бурысы  – хәрбиҙәргә тейешле медицина процедураларын үтергә, психологик ярҙам алырға һәм үҙ урынын табырға ярҙам итеү.

 Осрашыуҙа шулай уҡ хәрбиҙәргә булышыусы  дин әһелдәренә ярҙам,  мәҙәниәтте һәм әҙәбиәтте үҫтереү, милли мираҫты һаҡлау, милләт-ара татыулыҡты һаҡлау мәсьәләләре лә ҡаралды.

 Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

 

Радий Хәбиров Күмертауҙың йәмәғәтселәре менән осрашты
Радий Хәбиров Күмертауҙың йәмәғәтселәре менән осрашты
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас