"Аяҡтарым йөрөгәндә үҙем киләм"

95 йәшлек инәй һайлау участкаһына үҙе килде

"Аяҡтарым йөрөгәндә үҙем киләм""Аяҡтарым йөрөгәндә үҙем киләм"
"Аяҡтарым йөрөгәндә үҙем киләм"

Архангел районы хакимиәте төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, уларҙа ла һайлау, һәр ваҡыттағыса, байрам төҫөн алған, сарала халыҡ әүҙем ҡатнаша.

- Өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә дәррәү тауыш бирә, - тиелә төркөмдә. - Мәҫәлән, райондың Зәйет ауылынан 95 йәшлек Жәүиҙә Хәйбулла ҡыҙы Айытҡолова участкаға үҙе килде. Уның бер һайлауҙан да ситтә тороп ҡалғаны юҡ.

Жәүиҙә Хәйбулла ҡыҙы 1931 йылда тыуған. Бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килгән. Ауыр йылдарҙағы михнәттәрҙе күргән ағинәй бөгөнгө һайлауға изге теләктәрен теләй-теләй килде.

- Аяҡтарым йөрөгән саҡта өйҙә көтөп ултырмайым. Бер ыңғайҙан ауылдаштарымды ла күреп ҡайтайым тинем, - ти яҡташыбыҙ.

Сығанаҡ: Архангел районы хакимиәтенең "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмө.

#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас