Концерт залының фойеһында ерҙәштәрҙе йыр-моң, бай күргәҙмә ҡаршы алды. Бында райондың етештереү предприятиелары, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, ҡул эштәре оҫталары үҙ продукцияһын, милли ризыҡтар, әйберҙәр тәҡдим итте.
Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев яҡташтар алдында сығыш яһап, был сараның матур традицияға әйләнә барыуын билдәләне. Баш ҡалала йәшәгән яҡташтарҙы райондың социаль-иҡтисади хәле, әлеге ваҡытта алып барылған эштәр менән таныштырҙы. Фәнис Ғәбдрәшит улы төбәктәге төҙөлөштәр, газ үткәреү, социаль объекттар төҙөү барышы тураһында һөйләне.
Сарала республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ҡатнашты.
Илшат Азамат улы яҡташтарҙы республикала иғлан ителгән Бәләкәй ватанға файҙалы эштәр йылында һәм БР Башлығының башланғысы менән старт алған "Атайсал" проектында әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
- Һәр кемдең тыуған, тәпәй баҫҡан ере йөрәге түрендә йәшәй. Уға булған рәхмәтебеҙҙе, һөйөүебеҙҙе аныҡ эштәребеҙ, ярҙамыбыҙ менән раҫлайыҡ һәм "Атайсал" проектында әүҙем ҡатнашайыҡ, - тине Илшат Тажетдинов.
Осрашыу барышында Баймаҡ яҡташтар берлегенең эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалып, яңы идара ағзалары һайланды. Шулай уҡ яҡташтар ойошмаһының эшендә, "Атайсал" проектында әүҙем ҡатнашҡан шәхестәргә, йәмәғәт эшмәкәрҙәренә, йәштәргә төрлө наградалар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Артабан сәхнәлә бәрәкәтле Баймаҡ ерендә тыуып үҫеп, бөгөн баш ҡалала йәшәгән һәм ижад иткән сәнғәт оҫталарының концерты башланды. Йырлы-моңло тамашала билдәле сәхнә йондоҙҙары Азамат Тимеров, Миңзифа Исҡужина, Иҙел Аралбаев, Зилиә Бәхтиева, Рәфис һәм Алмас Сирусиндар, Юнир Һағынбаев, Гөлдәр Ишҡыуатова, Рифат Йәмлихин, Әлиә Исҡужина һәм башҡалар ҡатнашты.
Осрашыу үҙенсәлекле форматта – әңгәмә, һорау-яуап алымында ойошторолдо.
Автор фотолары.