Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
14 Февраль 2023, 17:00

Балалар һәйкәлде ҡарҙан таҙартҡан

Хәҙер балалар эшләмәй тиергә яратабыҙ. Эшләйҙәр ул!

Балалар һәйкәлде ҡарҙан таҙартҡан
Балалар һәйкәлде ҡарҙан таҙартҡан

“Берҙәм Рәсәй” партияһының Әлшәй районындағы “Ҡыҙыл” беренсел бүлексәһе секретары Гүзәл Савенкова етәкселегендә “Бер кем дә онотолмаған, бер нимә лә онотолмаған!" акцияһы ойошторолдо.

Был сараның маҡсаты – йәш быуын илһөйәрлек хистәрен, Тыуған иленә ҡыҙыҡһыныуҙы, яуаплылыҡ сифаты һәм, әлбиттә, ата-бабалар иҫтәлегенә хөрмәт һәм ихтирам тойғоһо тәрбиәләү.

Тавричанка ауылындағы мәктәп уҡыусылары был изге эштә ихлас ҡатнашты – улар Тавричанка һәм Үрәҙмәт ауылдарында Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының һәйкәлдәре эргәһендәге биләмәне ҡарҙан таҙартты. 

Фото: bashkortostan.er.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: