Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
16 Февраль 2023, 16:30

Биш йәшендә Яҡутстанға күсеп китеүенә ҡарамаҫтан, тыуған ерен онотмай

Был ваҡыт эсендә 14,5 меңдән ашыу ғариза бирелгән, уларҙың 13,5 меңе тормошҡа ашырылған да инде.

Биш йәшендә Яҡутстанға күсеп китеүенә ҡарамаҫтан, тыуған ерен онотмай
Биш йәшендә Яҡутстанға күсеп китеүенә ҡарамаҫтан, тыуған ерен онотмай

Михаил Васильевич Малюшин Ҡырмыҫҡалы районының Подлуб ауылында тыуған. Үҙ ғүмерен ул йылғасылыҡҡа һәм йылға транспортына арнаған. Ул - Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһы докторы, техник фәндәр кандидаты, билдәле уҡытыусы. Биш йәшендә әсәһе менән Яҡутстанға күсеүгә ҡарамаҫтан, тыуған Башҡортостанын онотмай.

Михаил Малюшиндың финанс ярҙамы менән алты китап донъя күрҙе, шул иҫәптән – Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары – районда тыуып үҫкәндәр һәм Подлуб мәктәбе тураһында. Ул Подлуб ауылы мәктәбендә кластарҙы, урындағы балалар баҡсаһын, ауыл китапханаһын ремонтларға ярҙам иткән. Шулай уҡ урындағы клуб өсөн тамашасылар креслолары һатып алышҡан, район хакимиәтендә хеҙмәт ҡаһарманлығы залын асҡан.

Боҙаяҙ ауылында тыуып үҫкән Рафаил Сәйет улы Нурмөхәмәтовтың исеме лә ҡырмыҫҡалыларға яҡшы таныш. Тыуған районына меценат нефтсе әллә ҡасандан ярҙам итә. Оҙаҡ йылдар Ҡырмыҫҡалының 1-се урта мәктәбенә ярҙам итеп торған. Район үҙәгендә ике заманса спорт майҙансығы төҙөгән, төҙөкләндереүгә күп иғтибар бүлгән, Еңеү паркындағы Дан мемориалын капиталь ремонтлауҙы финанслаған. 2021 йылда Рафаил Нурмөхәмәтов ярҙамы менән “Атайсал” проекты сиктәрендә паркта фронтҡа киткән ҡырмыҫҡалыларҙың исемдәре яҙылған плитәләр яңыртылған, Боҙаяҙ ауылында балалар баҡсаһына капиталь ремонт яһалған, Ҡырмыҫҡалы ауылында “Аҡкүл” мәҙәниәт һәм ял паркы төҙөкләндерелгән.

2023 йыл республикала төбәк Башлығы Радий Хәбиров тарафынан Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылы тип иғлан ителде. Тематик йыл – “Атайсал” проектының дауамы. Ул 2021 йылда төбәк етәксеһе тәҡдиме менән башланды һәм үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Был ваҡыт эсендә сайтта 14,5 меңдән ашыу ғариза урынлаштырылған, уларҙың 13,5 меңе тормошҡа ашырылған да инде. Проектта 3,6 мең кеше ҡатнашты. Тулы булмаған ике йылда дөйөм суммаһы 900 миллион һумлыҡ проекттар тормошҡа ашырылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 февралдә “Атайсал” проектында ҡатнашыусылар Туймазы ҡалаһында осрашасаҡ, унда “Йәнтөйәгем – Атайсал” өсөнсө муниципаль форумы үтәсәк. Унда 11 муниципалитеттан (Октябрьский ҡалаһы, Әлшәй, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Бүздәк, Йәрмәкәй, Дәүләкән, Туймазы, Саҡмағош һәм Шаран райондары) вәкилдәр ҡатнаша.

М. Малюшин, Р. Нурмөхәмәтов фотолары.

Биш йәшендә Яҡутстанға күсеп китеүенә ҡарамаҫтан, тыуған ерен онотмай
Биш йәшендә Яҡутстанға күсеп китеүенә ҡарамаҫтан, тыуған ерен онотмай
Биш йәшендә Яҡутстанға күсеп китеүенә ҡарамаҫтан, тыуған ерен онотмай
Биш йәшендә Яҡутстанға күсеп китеүенә ҡарамаҫтан, тыуған ерен онотмай
Биш йәшендә Яҡутстанға күсеп китеүенә ҡарамаҫтан, тыуған ерен онотмай
Биш йәшендә Яҡутстанға күсеп китеүенә ҡарамаҫтан, тыуған ерен онотмай
Биш йәшендә Яҡутстанға күсеп китеүенә ҡарамаҫтан, тыуған ерен онотмай
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: