Бөгөн Туймазы ҡалаһында “Йәнтөйәгем – Атайсал” өсөнсө муниципаль форумы башланды. Күләмле сарала 11 муниципалитеттан – Октябрьский ҡалаһы, Әлшәй, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Бүздәк, Йәрмәкәй, Дәүләкән, Туймазы, Саҡмағош, Шаран райондары вәкилдәре ҡатнаша.
“Родина” мәҙәниәт һарайына килеп инеү менән байрам кәйефе хөкөм һөрә. Ҡунаҡтар “Яҡташтарҙың изге эштәре” видеозалында “Атайсал” проекты сиктәрендә яҡташтарыбыҙ тормошҡа ашырған эштәр тураһында видеояҙмалар менән танышты. Ирекмәндәр менән эште ойоштороу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы. Сарала ҡатнашҡан һәр райондың мәҙәниәт бүлектәре йыл дауамында һүрәттәр конкурсы уҙғарған. Еңеүсе һүрәттәр галереяһы сараға йәм өҫтәне. Туймазы районының ауыл хужалығы тармағы бөгөн районда етештерелгән аҙыҡ-түлек, көндәлек тауарҙар күргәҙмәһе менән ҡунаҡтарҙы хайран итте.
Сараның пленар ултырышанан һуң ҡатнашыусылар түңәрәк өҫтәлдәр эшендә ҡатнаша. Йәштәр өсөн сессиялар, “Тамыр” телестудияһынан оҫталыҡ дәрестәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм эшҡыуарҙар өсөн старт-сессия ойошторолдо, “Атайсал” фекер алышыу майҙансығы ҡаралған.
Тантана райондың Яңы Бишенде ауылында башланды. Бында ошо ауылда тыуып үҫкән Раиль Фахретдинов ярҙамы менән мәсет, үҙ эсенә фельдшер-акушерлыҡ пунктын алған мәҙәниәт йорто, уның алдында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, яу ҡырында башын һалған яугирҙәр, тыл ветерандарының хәтерен мәңгеләштергән һәйкәл төҙөлгән.
- Минең бала сағым үткән ер. Ауылым бөтмәһен, бала-саға уңайлы, заманса шарттарҙа йәшәһен тип башланым был эште. Ауыл эргәһендә күл, алма баҡсаһы бар ине, ул ҡороно. Быуа эшләнек. Быйылдан алма баҡсаһын тергеҙеүгә тотонабыҙ. Мәҙәниәт йортонда гел Интернет селтәре бар. Балалар кино ҡарарға, теннис уйнарға йыйыла. Ауыл халҡына концерт ҡарарға урын бар.
Бында минең атай йортонда ҡустым йәшәй. Дуҫтарым, класташтарым ошонда. Тыуған төйәк гел яҡын һәм үҙенә тарта, - ти Раил Камил улы.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов, ҡунаҡтар һәм ауыл халҡы яугирҙәрҙең батырлығы алдында баш эйеп, һәйкәлгә сәскәләр һалды.
Артабан дини конфессиялар вәкилдәре ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл үтте.
Сираттағы муниципаль форумды Туймазы районы хакимиәте, “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһы, “Мираҫ” йәштәр башланғыстарына булышлыҡ итеү фонды, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы), Башҡортостан Республикаһының стратегик эшләнмәләр үҙәге, “Башҡортостан Республикаһының йәштәр яҡташтары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ҡатнашлығында “Башҡортостандың мәҙәни программалар дирекцияһы” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы уҙғара.
Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
2023 йыл Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән Атайсал өсөн изге эштәр йылы тип иғлан ителде. Тематик йыл “Атайсал” проектының дауамы. Ул 2021 йылда төбәк етәксеһе башланғысы буйынса башланды һәм үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Йыл ярым эсендә дөйөм суммаһы 900 миллион һумлыҡ проекттар тормошҡа ашырылған.
2023 йыл башынан “Атайсал” порталында (https://ataisal.ru) теркәлгән проекттар һаны артҡан һәм хәҙер 14 меңдән ашыу тәшкил итә. Был проекттар ауыл мәсеттәрен тергеҙеүгә йәки төҙөүгә, ғибәҙәтханаларҙы, спорт һәм балалар майҙансыҡтарын нығытыуға, музейҙар, парктар, ял зоналары төҙөүгә, спорт һәм музыкаль саралар үткәреүгә, балаларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә, йәштәр менән эшләүгә, мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
Меценаттар – муниципалитеттарҙа тыуып үҫкән, Башҡортостан өсөн әһәмиәтле үҙенсәлекле компетенцияларға, тәжрибәгә һәм башҡа һәләттәргә эйә яҡташтарыбыҙ.
Сара тураһында тулыраҡ репортаж гәзитебеҙҙең киләһе һанында донъя күрәсәк.