Бөгөн бар ауылдарҙа ла янғын һүндереү машиналары юҡ. Ҡасандыр Мәсетле районының Оло Аҡа ауылының да үҙ янғын һүндереү машинаһы була. Уға ла хәҙер ярты быуат булып килә, 1974 йылғы икән.
Илдар Һаҙыев ауыл халҡына машинаны тергеҙергә тәҡдим итә. Барыһы ла уны хуплай һәм тиҙ арала аҡса йыйып тапшыра.
Былтыр ямғырлы йәйҙә баҡсала эштәр әҙерәк була, ир-егет ошонан файҙаланып, машинаны ремонтларға тотона. Яҡынса ике ай ваҡыт китә. Оҫта бөтәһен дә йүнәтә, рамдарын яңынан иретеп йәбештерә. Насосы менән байтаҡ мәшәҡәтләнергә тура килә, алюминдән булған ҡорамал бөтөнләй эшлектән сыҡҡан була. Оҫта транспорттың һәр бер шөрөбөнә тиклем тиреп ташлап, яңынан ҡора. Яңыртылған ҡеүәтле машина сәғәт кеүек эшләп китә.
«Аллаға шөкөр, әлегә машина юлға сыҡҡаны юҡ. Ҡурҡыныс хәлдәр булманы. Былтырғы ҡоролоҡ йылында үлән янып китте. Үҙ көсөбөҙ менән һүндереп өлгөрҙөк. Беҙҙә көслө елдәр була, сөнки тауҙар ҙа, асыҡ урындар ҙа күп. Әйткәндәй, машина янғын һүндереүҙә генә ярҙам итмәйәсәк, ауыл ерендә уға һәр ваҡыт эш күп», - ти Илдар Һаҙыев.
Бөгөн ул тыуған ауылында йәшәй, автомобилдәрҙе ремонтлау буйынса хеҙмәт күрһәтә. Хәләл ефете менән аҙыҡ-түлек магазины асҡан. Бер нисә йыл элек Илдарҙы ауыл старостаһы итеп һайлағандар. Юлдар һалыу, яҡтыртыу - быларҙың барыһы менән дә беҙҙең герой шөғөлләнә. Район хакимиәте лә ҙур ярҙам күрһәтә - хакимиәт башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Азамат Ғәлләмов үҙе ошо ауылда тыуып үҫкән.
Илдар Һаҙыев ауыл быуаһын туйындырған шишмәләрҙе таҙартыу менән шөғөлләнергә ниәтләй. Бының өсөн эшселәр яллау ҡиммәт - Оло Аҡа ауылында күбеһенсә пенсионерҙар йәшәй. Быны үҙ көстәре менән эшләргә булғандар, процесс башланған да инде. Үҙ көстәре менән Ауыл көнөн һабантуй форматында үткәрәләр, хеҙмәт ветерандарын саҡыралар - ҡаҙандарҙа аш, былау бешерәләр, концерт программаһы ойошторалар. Бөтә ауыл менән мобилизацияланған яугирҙарға ярҙам итәләр.
- Минең иң изге хыялым бар - тыуған төйәккә һулыш өрөү. Элек СССР ваҡытында шул уҡ исемдәге ҡасаба иген культураларының элиталы орлоҡтарын үрсетеү менән шөғөлләнгән элекке тәжрибә хужалығы була торғайны. Башҡортостанда шундай туғыҙ хужалыҡ булған. Бында иҫ киткес уңыш йыйып алынған - гектарынан 70 центнерға тиклем. Балалар баҡсаһы, ике ҡатлы бинала ясле булған.
Әле инвесторҙар эҙләйбеҙ. Беҙҙә бик яҡшы тупраҡ - ҡара тупраҡ, ташлы һәм ҡомло түгел. Дөрөҫ эшкәрткәндә ул мул уңыш бирәсәк, көтөүлектәребеҙ ҙә мул. Хозур тәбиғәтебеҙ ҡосағында тау саңғыһы базаһы йыһазландырырға мөмкин, боронғо мәмерйәләр, ҡаялар күп, урмандарҙа ҡоралайҙар йәшәй, хатта ҡыш көнө ҡыр өйрәктәренең беҙҙән йылы яҡтарға киткеһе лә килмәй... Ауылдың йәнләнеүен һәм яңыса һулыш алыуын теләйбеҙ. Ошоларҙың барыһы ла кире ҡайтасаҡ тип ышанам, - ти Илдар Һаҙыев.
Бына шундай оҫта ҡуллы, ауылдаштары өсөн үҙе бер терәк һәм яҡлау булған ир-уҙаманы йәшәй Мәсетле яҡтарында.
Фото һәм сығанаҡ: "Башинформ"