Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
22 Февраль 2023, 08:30

Азат итеүсе һалдат һәйкәле асылды

Был һәйкәл - Таллин ҡалаһы үҙәгендә урынлашҡан һәйкәлдең күсермәһе. 

Азат итеүсе һалдат һәйкәле асылды
Азат итеүсе һалдат һәйкәле асылды

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбе биләмәһендә Азат итеүсе һалдат һәйкәле асылды. Сара хаҡында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған.

Азат итеүсе һалдат һәйкәле - Эстонияның баш ҡалаһы Таллиндың үҙәгендә урынлашҡан һәйкәлдең күсермәһе. Һалдаттар ҡаланы азат итешеп тыуған яҡтарына ҡайта алмай һәм монумент янындағы ҡәберлектә ҡалалар.

Бөгөн «Бронза һалдат», яу яландарында ятып ҡалғандарҙың символы булараҡ, тыуған иленә әйләнеп ҡайтты. Һәм беҙ уны, Ватанды һаҡлаусыларға лайыҡлы булғанса, ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ. Һәйкәлдең күсермәһе ҡаланың Көньяҡ биҫтәһендә урынлашҡан 5‐се мәктәп урамына урынлаштырылды.

Тантанала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина ҡатнашты", - тип яҙған Фәнис Әминев.

Был һәйкәл 1947 йылда Таллин ҡалаһында ҡуйылған була, әммә Ер йөҙөн фашизмдан азат иткән совет һалдатына ҡуйылған һәйкәл хәҙер юҡ. "Бронза һалдат" исемен алған һәйкәл йәш быуында илһөйәрлек һәм ватансылыҡ сифаттары тәрбиәләүҙә, яуҙа һәләк булған яугирҙәрҙең күрһәткән батырлыҡтары менән ғорурлыҡ тойғолары уятыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә буласаҡ.

Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Азат итеүсе һалдат һәйкәле асылды
Азат итеүсе һалдат һәйкәле асылды
Азат итеүсе һалдат һәйкәле асылды
Азат итеүсе һалдат һәйкәле асылды
Азат итеүсе һалдат һәйкәле асылды
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: