Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
11 Март 2023, 21:45

Борщ һәм башҡа тәмлекәстәр – һалдаттарға!

Изге эштә  миәкәләр ҙә әүҙем ҡатнаша

Борщ һәм башҡа тәмлекәстәр – һалдаттарға!
Борщ һәм башҡа тәмлекәстәр – һалдаттарға!

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәргә өй ризыҡтарының тәмен, күңел йылыһын еткереү маҡсатында  Миәкә районының Боғҙан ауылынан бөгөн байтаҡ ҡап тейәлгән ылау оҙатылды.

Бының өсөн алдан ауылдың “Димкәй” башҡорт фольклор ансамбле коллективы ағзалары, ағинәйҙәр күмәкләшеп  ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Зөлхизә Әмированың йортона йыйылып 85 банка борщ әҙерләне.Бының менән бергә башҡа бик күп тәмлекәстәр, бал, ҡайнатма ла тупланды. Утыҙ пар термоойоҡбаштарҙың да  һалдаттарға файҙаһы тейер.

Боғҙан ауылынан бындай ярҙам беренсегә ойошторолмай. Яңы йылға тиклем 50 пар бәйләнгән ойоҡбаштар, консерва, тәмлекәстәр ебәрелгән. Изге эш артабан да дауам итәсәк.

- Хәҙер туҡмас, һалма киҫеп киптереп, бер нисә йәшник әҙерләргә тигән ниәтебеҙ бар. Шулай уҡ бауырһаҡ бешерәсәкбеҙ. Ул ылауҙы март аҙаҡтарында оҙатабыҙ, - тине ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Зөлхизә Әмирова.

Фото: ауыл китапханаһы сайтынан.

Борщ һәм башҡа тәмлекәстәр – һалдаттарға!
Борщ һәм башҡа тәмлекәстәр – һалдаттарға!
Борщ һәм башҡа тәмлекәстәр – һалдаттарға!
Борщ һәм башҡа тәмлекәстәр – һалдаттарға!
Борщ һәм башҡа тәмлекәстәр – һалдаттарға!
Борщ һәм башҡа тәмлекәстәр – һалдаттарға!
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: