Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт ауылында ”Аҡ мәсет”те үҙгәртеп төҙөүгә Испания компанияһы 400 мең һум аҡса ебәргән. Тәҙрәләрҙе алмаштырыу һәм йылы иҙән һалыу эштәрен тамамлағандан һуң инеү урынын рәтләргә тотонғандар.
Ошо тәңгәлдә Испанияның “ЭРЭ МЕД ХОЛДИНГ” компанияһы ебәргән финанс ярҙамы бик урынлы булған. Барыһына ла Яҡшымбәттә тыуып үҫкән, хәҙерге көндә Испанияла йәшәгән яҡташтары Фирүзә Мөҡсин ҡыҙы сәбәпсе, тип хәбәр итә ”Көйөргәҙе” гәзите хәбәрсеһе Марина Петрова.
Яҡташыбыҙ эшләгән компания 2021 йылда “Йәшел Башҡортостан” программаһында ла ҡатнаша. Аҙаҡ уны “Атайсал” төбәк проектына индергәндәр. Фирүзә Абдуллина әйтеүенсә, ул был проект тураһында хеҙмәттәштәренә лә һөйләгән. “Тыуған ереңә ярҙам итеү теләге төйәгеңә, халҡыңа булған һөйөүҙән, ностальгиянан тыуа торғандыр, моғайын. Беҙҙең компания өсөн был ярҙам диңгеҙҙәге бер тамсы ғына, ә минең төбәгем өсөн – ҙур эш. Бергә эшләгән хеҙмәттәштәрем дә минең теләгемде хуплай. Улар араһында ла, мәҫәлән, ауырыу балаларға ярҙам иткәндәр байтаҡ”, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашҡан ул.
Өҫтәүенә быйыл көҙ компанияның акционерҙар советы ҡарары менән Яҡшымбәттәге обелиск эргәһендә ағастар ултыртыуҙы тамамларға йыйыналар икән. ”Иң мөһиме - теләк һәм маҡсат ҡына булһын. Ҡаршылыҡтарҙы еңергә һәр саҡ мөмкинлек бар”, – тигән яҡташыбыҙҙың һүҙҙәрен хуплап, уға уңыштар теләйбеҙ.
Марина Петрова фотоһы.