Федоровка районына эш сәфәре мәлендә Батыр ауылынан тыуған яғы өсөн ныҡлы терәк булған, ауылды төҙөкләндереү эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан фермер Илһам Шакир улы Аҡсурин менән таныштыҡ.
Йәнтөйәккә ярҙам итеүҙе ул һәр ҡайһыбыҙҙың изге бурысы тип һанай. Һуңғы йылдарҙа ғына ла ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә һәйкәл булдырыуға, мәсет төҙөүгә үҙ өлөшөн индергән, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы буйынса башҡарылған эштәрҙән дә ситтә ҡалмай.
"Мөмкинлек ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, ауылға ярҙам итергә кәрәк. Ситтән көтөп ултырырға түгел. Һәр ҡайһыбыҙ үҙ төйәген хәстәрләргә тейеш", - тигән фекерҙә фермер.
Илһам Шакир улы ерҙә ныҡлы баҫып торған ауыл хужалығы белгесе, йүнсел хужа ғына түгел, оҫта йырсы һәм баянсы ла. “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына ла ул үҙенең музыкаль сәләмен юлланы.
Автор фотоһы һәм видеоһы.