Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
29 Март 2023, 14:55

"Ватан"ға ярҙам килде

Башҡортостан яугирҙәре өсөн силәбеләр ниҙәр әҙерләгән?

"Ватан"ға ярҙам килде
"Ватан"ға ярҙам килде

Силәбеләр Башҡортостан яугирҙәренә гуманитар ярҙам йыйған. Златоуст ҡалаһынан ебәрелгән ылау “Ватан” ирекле батальон һалдаттарына тәғәйенләнгән.

Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиле Әлфир Байымов хәбәр итеүенсә, мобиль носилкалар, окоп шәмдәре, маскировкалау селтәрҙәре һәм башҡа кәрәк-яраҡ тупланған. Златоуст ҡалаһының инәйҙәре егеттәргә витаминдар һалырға ла онотмаған. Мөмкин тиклем егеттәргә ярҙам итәбеҙ, ти күршеләребеҙ.

Әйтергә кәрәк, Башҡортостандың “Ватан” ирекле отряды махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Рәмил Үлмәҫбаев (“Самурай”) һәм Илгиз Солтанморатовтың (“Өршәк”) башланғысы буйынса төҙөлдө. Отряд командиры Самурай хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыу тәжрибәһенә эйә. Был саҡырыуын  иң беренсе булып уның хәрби дуҫтары күтәреп алды. Отрядҡа йыйыу әүҙем рәүештә бара. Бөгөнгө көндә 250-нән ашыу ғариза бирелгән. Отрядтың үҙенсәлеге – ундағы күпселек яугирҙәрҙең хәрби тәжрибәһе булыуында. “Ватан” отрядының телефоны: 8-964 959-98-98. Барлыҡ һорауҙар буйынса эш көндәрендә 9.00 сәғәттән 21.00 сәғәткә тиклем шылтырата алаһығыҙ.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: