Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
31 Март 2023, 19:30

Уңышлы проект

 Көйөргәҙе районында "Атайсал" проекты һөҙөмтәле эшләп килә

Уңышлы проект
Уңышлы проект

Көйөргәҙе районында "Атайсал" проекты һөҙөмтәле эшләп килә. Ошо проект сиктәрендә яҡташтарыбыҙ ярҙамында байтаҡ эштәр башҡарылды, башҡарыла. Мәҫәлән, шәхси эшҡыуар Рим Хәсәнов ярҙамы менән 2021 йылда уның тыуған ауылы - Иҫке Мораптал ауылы башланғыс мәктәбендә капиталь ремонт эшләнелде, 2022 йылда шәхси эшҡыуар Азамат Яҡшыбаев Ковалевка ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусылары иҫтәлегенә обелиск ҡуйҙы, шулай уҡ Азамат Сөләймән улы хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға УАЗ машинаһын алып ебәрҙе.

Таймаҫ ауылында ғүмер иткән, Чечня һуғышында улын юғалтҡан Мәүлиҙә апай Мәҡсүтова, улы иҫтәлегенә, мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә алынған һалдаттарға ярҙам йөҙөнән, 100 мең һум тапшырҙы.
Үрге Бабалар ауылы имам-хатибы Әхтәм Кинйәғолов ниәте менән "Нур" мәсете төҙөлөп, эшләп килә.

Танылған офтальмолог Марат Аҙнабаев тыуған ауылы Яҡшымбәт ауылы мәктәбен кәртәләүгә штакетниктар алыуға ярҙам күрһәтте. Испанияла ғүмер итеүсе яҡташыбыҙ Фируза Абдуллина тыуған ауылы Яҡшымбәтте йәмләндереү маҡсаты менән ҡарағайҙар алып ултыртыуҙа ярҙам күрһәтте. Фируза ханым яңыраҡ ошо ауылда урынлашҡан мәҙәни мираҫ объекты Аҡ мәсетте төҙөкләндереү өсөн 400 мең аҡса күсерҙе.

Ҙур проекттарҙы ғына билдәләп үттем. Был проектта ҡатнашыусылар барыһы ла оло ихтирамға лайыҡ.

Яңыраҡ, Яҡут ауылы мәсетендә янғын сығып, мәсет бинаһы зыян күрҙе. Мәсетте төҙөкләндереүҙә мин дә үҙ өлөшөмдө индерәм.

Уңышлы проект
Уңышлы проект
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: