Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
1 Апрель 2023, 10:00

Ратмир Мәүлиев ҡулына көрәк алды...

 "Бергәләп ҡаланы тәртипкә килтерәйек”, – тип мөрәжәғәт итте ул өфөләргә

Ратмир Мәүлиев ҡулына  көрәк алды...
Ратмир Мәүлиев ҡулына көрәк алды...

Баш ҡалабыҙҙа ғәҙәттәге яҙғы өмәләр башланды. Ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев, башҡаларға өлгө күрһәтеп,  тәүгеләрҙән булып  урамдарҙы йыйыштырырға сыҡты.

“Беҙ йыл һайын ҡала урамдарын  йыйыштырырға сығабыҙ. Ҡала хакимиәте, ярҙамсы ведомство учреждениелары – барыһы ла эш өҫтөндә. Был мөһим ауыр  хеҙмәт, кешеләр сүп-сарҙың беҙҙең эшмәкәрлек арҡаһында йыйылыуын аңларға тейеш. Шуға күрә Өфө халҡының урамдарҙы йыйыштырыуҙа  ҡатнашыуын  һорайбыҙ. Бергәләп ҡаланы тәртипкә килтерәйек”, – тип мөрәжәғәт итте ул өфөләргә.

 Баш ҡала мэры бынан алда Ағиҙел яры буйының  оҙаҡламай ҙур үҙгәрештәр кисерәсәге, аттракциондар паркы, теннис корттары, бер нисә баскетбол майҙаны  барлыҡҡа киләсәге хаҡында һөйләп, ял итеүселәрҙе һөйөндөргәйне. 

 Фото: Өфө ҡала хакимиәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: