Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
12 Апрель 2023, 14:00

Тереләрҙең – ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел

Хәҙер күп яугирҙәрҙең ҡәберҙәрен тәртиптә тоторлоҡ яҡындары ла, туғандары ла ҡалмаған...

Тереләрҙең – ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел
Тереләрҙең – ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел

Стәрлетамаҡ ҡалаһы ирекмәндәре Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ҡәберҙәрен тәртипкә килтереүҙе үҙ өҫтөнә алды.  

Бөйөк Еңеү яҡынлашҡан һайын ветерандар рәттәренең көндән-көн һирәгәйеүен күреү күңелдә яманһыу тойғолар тыуҙыра. Халыҡ әйтмешләй, “тереләрҙең – ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен белеү” сауаплы ғәмәл. Йәштәр ҡаланың Иҫке һәм Яңы зыяраттарында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының ҡәберҙәрен тәртипкә килтерҙе, таҙартты, ҡоймаларҙы буяны.  

Хәҙер  күп яугирҙәрҙең ҡәберҙәрен тәртиптә тоторлоҡ яҡындары ла, туғандары ла ҡалмаған. Шуға күрә ирекмәндәрҙең үҙ көстәре менән йыл һайын зыяраттарҙы төҙөкләндереүен, даими хәстәрлек күреүен хупларға, йылы һүҙ менән дәртләндерергә генә кәрәк.

Фото: “Стерлитамакский рабочий”.

Тереләрҙең – ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел
Тереләрҙең – ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел
Тереләрҙең – ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел
Тереләрҙең – ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел
Тереләрҙең – ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас