

Яңауыл ҡатын-ҡыҙҙары оҫтарғандан-оҫтара бара, яңыраҡ улар хәрбиҙәр өсөн эске кейем, йылы әйберҙәр, башлыҡ һәм снудтар тегеүҙе үҙләштерһә, хәҙер тегенселәр лонгслив, битлек, спорт салбарынан һәм толстовканан торған комплект, плащ-палаткалар әҙерләй, тип хәбәр итә “Яңауыл таңдары”.
Ирекмәндәр хәрәкәтен ойоштороусы Эльмира Мөхәмәтшина әйтеүенсә, хәҙер оҫталар яугирҙәр өсөн маскировкалау селтәрҙәрен әҙерләү менән мәшғүл.
Селтәрҙәрҙең дә тәбиғәт шарттарына ҡарап, “модаһы” үҙгәреп тора икән. Әле ҡатын-ҡыҙҙар һоро төҫтәге “асфальт” тип аталғанын үрә, оҙаҡламай йәшел төҫтәге “урман” тип йөрөтөлгәненә тотонмаҡсылар. Оҙатыласаҡ һигеҙ селтәрҙең өсөһө әҙер ҙә инде. Оҙаҡламай эш биләмәһе тағы киңәйтеләсәк, үҙәк район китапханаһында ла эш ҡайнаясаҡ. “Хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар селтәр үреүҙе йәһәтерәк башҡара, ҙур күнекмә үттеләр. Эш ике сменала дауам итә”, ти Эльмира Мөхәмәтшина.
Фото:”Яңауыл таңдары".