Файҙалы эштәр йылы
25 Апрель 2023, 02:00

"Юлдаш" юлдыбайҙарға ҡунаҡҡа барҙы

Сараға билеттар ике көндә һатылып бөткән. 200-ҙән ашыу урынлыҡ залда 500-гә яҡын тамашасы йыйылған...

"Юлдаш" юлдыбайҙарға ҡунаҡҡа барҙы"Юлдаш" юлдыбайҙарға ҡунаҡҡа барҙы
"Юлдаш" юлдыбайҙарға ҡунаҡҡа барҙы

Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылында "Юлдаш" радиоһы ла ситтә ҡалманы. Радио коллективы социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан ауылдары араһында иң яҡшы ауыл биләмәһенә конкурс үткәрҙе, уның барышында халыҡ үҙҙәренең тыуған төйәгендә төшөрөлгән объекттарҙың фотоларын ебәрҙе һәм улар тураһында һөйләне.

Йылайыр районының Юлдыбай ауылы конкурсҡа тәүгеләрҙән булып ҡушылды. Унда дөйөм көс менән футбол, волейбол майҙансыҡтары, хоккей майҙансығы төҙөлгән, сик һаҡсыһына һәм уның этенә һәйкәл ҡуйылған. 6838 тауыш йыйып, улар конкурстың беренсе этабында еңеүсе булды.

"Юлдаш" еңеүсе ауылға концерт менән барырға һәм тамашасыларҙан йыйылған бөтә аҡсаны ауыл халҡына кәрәкле файҙалы эштәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн ҡалдырырға вәғәҙә иткәйне. Әле 22 апрелдә улар Юлдыбай ауылына ҙур концерт менән барған. Сараға билеттар ике көндә һатылып бөткән. 200-ҙән ашыу урынлыҡ залда 500-гә яҡын тамашасы йыйылған. “Юлдаш” радиоканалы менән осрашыуға юлдыбайҙар ғына түгел, Сибай, Баймаҡ ҡалалары, күрше райондар һәм ауылдар халҡы ла килгән.

"Радио ойошторған конкурс беҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштерҙе, - ти халыҡ. - Әгәр элегерәк һәр бер ойошма үҙаллы янып-көйөп эшләһә, йәғни айырым торонбаштар хәлендә булһа, сәмле конкурстар барыһын да туплап, торонбаштар өйөлөп, оло усаҡ барлыҡҡа килде, бер маҡсат менән янып, еңдек".

“Ошо усаҡ янында беҙ ҙә йәндәрҙе йылыттыҡ, артабанғы эш өсөн илһам алдыҡ”, - тип таный радио хеҙмәткәрҙәре.

“Проект һәм бүләктәр өсөн “Юлдаш”радиоһына рәхмәт, бик күңелле осрашыу булды, аҡсаны ауылды төҙөкләндереүгә йүнәлтәсәкбеҙ" – тине район башлығы Борис Мелкоедов.

Радио коллективының Белорет районының Манышты ауылы халҡы менән киләһе осрашыуы (бәләкәй ауылдар араһында еңеүсе) 13 майға планлаштырылған.

"Юлдаш" юлдыбайҙарға ҡунаҡҡа барҙы
"Юлдаш" юлдыбайҙарға ҡунаҡҡа барҙы
"Юлдаш" юлдыбайҙарға ҡунаҡҡа барҙы
"Юлдаш" юлдыбайҙарға ҡунаҡҡа барҙы
"Юлдаш" юлдыбайҙарға ҡунаҡҡа барҙы
"Юлдаш" юлдыбайҙарға ҡунаҡҡа барҙы
"Юлдаш" юлдыбайҙарға ҡунаҡҡа барҙы
"Юлдаш" юлдыбайҙарға ҡунаҡҡа барҙы
"Юлдаш" юлдыбайҙарға ҡунаҡҡа барҙы
"Юлдаш" юлдыбайҙарға ҡунаҡҡа барҙы
"Юлдаш" юлдыбайҙарға ҡунаҡҡа барҙы
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас