Бөтә яңылыҡтар

Бар бит шундай егеттәр!

Тирмән егете ауылдаштары өсөн ҡулынан килгән эштәрҙе ҙур ҡәнәғәтлек менән башҡара.

Бар бит шундай егеттәр!
Бар бит шундай егеттәр!

Салауат районы халҡы тыуған яғына битараф булмаған, яҡташтарына ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған Зөфәр Зәғафуран улы Зариповҡа бик рәхмәтле. Мөрсәлим ҡырсынташ заводына етәкселек иткән Тирмән егете ауылдаштары өсөн ҡулынан килгән эштәрҙе ҙур ҡәнәғәтлек менән башҡара. Уның бына тигән, таяныс-терәк булырлыҡ  берҙәм  ғаиләһе бар, тип яҙа “Салауат ерендә” гәзите.

Бына изге эштәренең бер нисәүһе: Тирмәндәге шишмәне төҙөкләндереүҙә, хоккей майҙансығын төҙөүҙә, сүплектәрҙе бөтөрөүҙә Зөфәр Зәғафуран улы әүҙемлек күрһәткән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам туплауҙа, шағир Сафуан Әлибаев музейын булдырыуҙа ла ҡатнашҡан. Зөфәр Зарипов көрәш буйынса спорт мастерлығына кандидат  булғанлыҡтан, уҡыусыларға ярыштарҙа ҡатнашыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә.  

Афарин, Зөфәр Зәғафуран улы! Уңыштар һеҙгә!

Фото: “Салауат ерендә”.

 

 

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас