Айбүләктәр рәхмәт әйтә

Яҡташтары үҙ аҡсаһына балалар өсөн бына тигән уйын майҙансығы төҙөп ҡуйҙы!

Айбүләктәр рәхмәт әйтәАйбүләктәр рәхмәт әйтә
Айбүләктәр рәхмәт әйтә

Яңауыл районының Айбүләк ауылында тыуып үҫкән Ришат Нәзиф улы Ситдиҡов ауылдаштары өсөн ҙур бүләк яһаны. Ул үҙ аҡсаһына балалар өсөн бына тигән уйын майҙансығы төҙөттө. Дөйөм сығым 500 мең һум тирәһе тәшкил итте.

Нефтекама ҡалаһында “Полимер композиттары” ғилми-производство берекмәһенең генераль директоры вазифаһын башҡарған яҡташтарын тыуған төйәгендә белмәгән кеше юҡ. Ул быға тиклем дә ауылдың социаль-иҡтисади үҫешенә үҙ өлөшөн индерҙе, шуға күрә Ришат Нәзиф улына ауылдаштар рәхмәтле. Балалар майҙансығын асыу ваҡытында ауылдаштары уны Айбүләктең почетлы гражданы итеп иғлан итте. Байғужа ауыл советы депутаттары шундай ҡарар сығарған.

Фото: Яңауыл районы хакимиәте.

 

.

Айбүләктәр рәхмәт әйтә
Айбүләктәр рәхмәт әйтә
Айбүләктәр рәхмәт әйтә
Айбүләктәр рәхмәт әйтә
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас