

Яңауылдарҙың гуманитар ылауы махсус хәрби операция зонаһына йүнәлде. Был юлы хәйриә фонды аҡсаһына өс УАЗ машинаһы алынды. Шуның менән бергә аҙыҡ-түлек, кейем-һалым менән маскировкалау селтәрҙәре лә оҙатылды.
Ылау оҙатылыу менән Шаймортов исемендәге штаб та бушап ҡалды, ти ирекмәндәр, сөнки хәрбиҙәрҙең ял ваҡыты бара. Шулай ҙа штаб етәкселәре Еңеү девиздарының береһе –“Тыл – фронтҡа” тигән саҡырыуҙы яҡташтарының онотмауын иҫкәртә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам туплау урыны Йәштәр һарайында урынлашҡан, тип хәбәр итә “Яңауыл таңдары”.
Илдар Шәрипов фотоһы.