“Үҙебеҙҙекеләр менән поход”ҡа!

Бергәләп сәй табыны артында ултырып, эс серҙәрен бушатыу, кәңәш ҡороу, тәьҫораттар менән уртаҡлашыу, ярҙамлашыу һәр кемгә лә бөгөн кәрәк...

“Үҙебеҙҙекеләр менән поход”ҡа!“Үҙебеҙҙекеләр менән поход”ҡа!
“Үҙебеҙҙекеләр менән поход”ҡа!

Стәрлебаш ауылының саңғы базаһы бөгөн дә гөрләп тора. ”Үҙебеҙҙекеләр менән поход” акцияһы Ғаилә аҙналығына ярашлы  ойошҡан рәүештә үткәрелде.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ғаиләләре өсөн ойошторолған сара йөкмәткеле лә, күңелле лә булды.  Әсәйҙәр һәм балалар өсөн мауыҡтырғыс квест, кәйефте күтәргес старттар, шулай уҡ иң кескәйҙәр өсөн ойошторолған ҡыҙыҡлы уйындар бер кемдең иғтибарынан   ситтә ҡалманы.  Бергәләп сәй табыны артында ултырыу, эс серҙәрен бушатыу, кәңәш ҡороу, тәьҫораттар менән уртаҡлашыу һәр кемгә лә кәрәк ине. Акцияны үткәргән ойоштороусыларға, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәренә, Ғаилә хеҙмәте, Атайҙар советы ағзаларына һәм эшҡыуарҙарға  ҙур рәхмәт белдерелде, тип яҙа “Стәрлебаш шишмәләре”.

Елена Хәлиуллина фотолары.

“Үҙебеҙҙекеләр менән поход”ҡа!
“Үҙебеҙҙекеләр менән поход”ҡа!
“Үҙебеҙҙекеләр менән поход”ҡа!
“Үҙебеҙҙекеләр менән поход”ҡа!
“Үҙебеҙҙекеләр менән поход”ҡа!
“Үҙебеҙҙекеләр менән поход”ҡа!
“Үҙебеҙҙекеләр менән поход”ҡа!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас