

Олеся Пышкина алты йылдан ашыу йәмәғәт эштәре менән мәшғүл. Хәҙер ул “Башҡортостандың юғалған кешеләрен эҙләү үҙәге “коммерцияға ҡарамаған ойошма директоры һәм “БашРегионСпас” ирекле эҙләү-ҡотҡарыу отряды етәксеһе вазифаларын башҡара.
“Юғалған кескәй ҡыҙҙы эҙләү барғанда, мин дә ярҙам итергә теләнем, тик сығып китергә мөмкинлек булманы. Шуға күрә ирекмән рәүешендә дауаханаларға шылтыратыуҙы өҫтөмә алдым. Бына шулай башланды минең юлым мөһим даирәлә, – тип һөйләй тәүге эш көндәре тураһында. – Эҙләүҙәрҙә һәр саҡ ике нәмә етешмәне : ҡорамалдар һәм әҙерлекле кешеләр. Тәүгеһен нисек тә хәл итергә булһа, икенсеһе үтә ауыр, яңы килгәндәрҙе өйрәтәһе бар. Ә балаларҙы эҙләгәндә һәр минут ҡәҙерле, ваҡыт бик тар. Шуға күрә шундай ҡарарға килдек: теләгән һәр кемде өйрәтергә һәм уҡытырға. Шулай итеп, «Помощь рядом 2.0» проекты барлыҡҡа килде.
Йыл ярым дауамында беҙ проекттар яҙҙыҡ, бер ҡайҙан да ярҙам булманы, финанс сараларын эҙләнек.Шулай ҙа ныҡышмаллыҡ еңде. Тәүҙә Өфө ҡала хакимиәте башлығы гранттары конкурсында еңеп сыҡтыҡ, аҙаҡ Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсында еңеүсе булдыҡ. Был уңыштарҙан һуң Президент гранттары фонды беҙҙе еңеүсе тип тапты. Был беҙҙең өсөн оло шатлыҡ, яратҡан эшебеҙгә бөтә күңелебеҙҙе һалып эшләйбеҙ бит. Бөгөн командала алты кеше. 60-тан ашыу кеше уҡытылған. Беҙҙең проект бөтә кеше өсөн, бер кемдән дә баш тартмайбыҙ. Башҡаларға ярҙам итеүҙән ҡәнәғәтлек табабыҙ.Йәштәрҙең, студенттарҙың беҙгә килеүе күңелле хәл.22 майҙа ике айлыҡ уҡытыу курсы эшләй башланы. Ирекмән булырға теләһәгеҙ, уҡыуға яҙылығыҙ: (https://docs.google.com/forms/d/e/1FAIpQLSeKFtowK-kJp2MERfV3UCRLbQvn6cXU5_Cf3Ve4F-beu-BhMg/viewform?vc=0&c=0&w=1&flr=0).
Барығыҙға ла уңыштар теләйбеҙ!”
Фото:VK.com