

Махсус хәрби операция биләмәһендәге ир-егеттәргә һәр ауыл ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Быны райондарға эш сәфәре барышында күрәбеҙ, һоҡланабыҙ.
Бөгөн Стәрлетамаҡ районынының Түбәнге Уҫылы ауылы клубында ла гүзәл заттарҙы ошо изге эш мәлендә тап иттек. Бында күпселек - “Әхирәттәр” халыҡ фольклор ансамбленә йөрөүселәр. Апайҙарҙың иң өлкәне Рәмзиә Хөснөтдиноваға - 79 йәш. Жилет тегергә иң беренсе үҙе йөрөй башлаһа, аҙаҡ кескәй ейәнсәре Азалия ла һалдаттарға ярҙам итеү теләген белдергән.
- Тәүҙә боронғо йола – юрған һырыуҙы тергеҙеү маҡсаты менән эш ойоштороп ебәргәйнек, илдәге ваҡиғаларҙы күҙ уңында тотоп, былтыр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә һарыҡ йөнөнән жилеттар тегеүгә күстек. Һалдаттарыбыҙ өшөмәһен, иҫән-һау ҡайтһындар тигән изге теләктәребеҙҙе теләп эшләйбеҙ. Жилеттарҙың тәүге партияһын былтыр көҙ ебәрҙек, - тип һөйләне ауыл клубы мөдире Гульчехра Насирова.
Йыш ҡына кис ултырып был эште башҡара улар. Кемдер йөн иләй, икенсеһе тегә, өсөнсөһө төймәләрен беркетә. Эсенә кеҫә тегеп, унда һалдаттарҙы һаҡлау өсөн доға һәм балаларҙың хаттарын да һалып ебәрәләр икән. Кис ултырғанда йырҙар ҙа йырлап күңелдәрен баҫа ауыл уңғандары.
Был эштә ҡатнашыусылар байтаҡ. Барыһы менән дә күрешә алманыҡ. Иң һөйөндөргәне оло апайҙар янында балаларҙы күреү ине. Мәктәп уҡыусылары Азалия Мөхәррәмова, Алһыу Насирова ихлас ярҙам итеүҙәре, ололарҙан тегеү, һарыҡ йөнөн эшкәртеү кеүек һөнәрҙәргә өйрәнеүҙәре тураһында һөйләне.
Автор фотоһы һәм видеояҙмалары.