Бөтә яңылыҡтар

“Теләктәр теләй-теләй үрәбеҙ...”

“Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, армияла хеҙмәт итмәһәк тә, маскировкалау селтәрҙәренең егеттәребеҙҙең ғүмерҙәрен, техниканы һаҡлау өсөн бик ҙур әһәмиәткә эйә булыуын аңлайбыҙ..."

“Теләктәр теләй-теләй үрәбеҙ...”
“Теләктәр теләй-теләй үрәбеҙ...”

Һәр яҡшы эштең дә башлап йөрөүсеһе, әүҙем ойоштороусыһы, һүҙе, энергияһы менән дәртләндереүсеһе була. Штәнде ауыл Советының бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙары менән осрашыу барышында шундай эшлекле, егәрле һәм ихтыярлы кешеләрҙең төбәктә күп булыуына инандыҡ.

Штәнде мәктәбенең спорт залында маскировкалау селтәрен үреү буйынса эш ойошторолған. Күрһәтмә буйынса түгел, ә күңел ҡушыуы буйынса. Бөгөн эшҡыуарҙар Рита Әхмәтова, Флиҙә Исламғәлиева, китапхана мөдире Әлфиә Ғәләүетдинова беҙҙе селтәр үреү серҙәре менән таныштырҙы. “Бер юлы дүрт кеше эшләй, аҙаҡ беҙҙе алмаштырырға киләләр. Күп кешенең бер юлы килеүе буталсыҡ ҡына тыуҙыра, беҙ шулай сменалап эшләргә булдыҡ. Эшкә өйрәнеүе ҡыйын түгел, дүрт кеше ике көндә бер селтәр үрә ала. Тик үреү өсөн бөтә сепрәк тә ярамай, өҫтәүенә миҙгелгә ҡарап, төҫөн дә үҙгәртергә кәрәк”, – ти ауылдаштар.

Айырыуса пенсионер Гөлүсә Әмирйәнованың әүҙемлеген, уның эште ойоштороуға ҙур өлөш индереүен билдәләп үтте яҡташтар. Ауылдаштары баш ҡалаға барып, селтәр үреү нескәлектәрен үҙләштергән, фекерҙәше Ф. Хәбибуллина менән материал алырға аҡса йыйыуҙы ойошторған, төргәкле тауар алып ҡайтҡан. “Тәүҙә Балтасҡа йөрөп эшләнек, уңайлы булһын өсөн хәҙер Штәнделә, Нөркәлә айырым эш ойошторолдо, станоктар бар. Мата ауылы клубында ла маскировкалау селтәрен үреү дауам итә”, – ти ҡатын-ҡыҙҙар.

Фәнисә Ғәйфуллина үҙҙәренең ауылында эште нисек ойоштороп ебәреүҙәрен һөйләне. “Алмаз улым эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, сәй табыны артында ултырғанда һүҙ тап ошо мәсьәләгә барып төртөлдө. Ниәтте мотлаҡ тормошҡа ашырырға кәрәк тип, ул аҡса йыйыуға тотондо, егеттәр менән станок эшләне. Клуб мөдире Эльвира Солтанова беҙгә һәр яҡлап ярҙам күрһәтте”, – ти ул.

Берҙәмлек менән бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға мөмкин. Дания Ғәлләмова етәкселек иткән Балалар ижады үҙәге бинаһының подвалында маскировкалау селтәре үреүҙән тыш, яугирҙәр өсөн үҙенсәлекле санитария-гигиена сараһы – “Ҡоро душ” әҙерләйҙәр. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре смена менән эшләй. “Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, армияла хеҙмәт итмәһәк тә, маскировкалау селтәрҙәренең егеттәребеҙҙең ғүмерҙәрен, техниканы һаҡлау өсөн бик ҙур әһәмиәткә эйә булыуын аңлайбыҙ, теләктәребеҙҙе теләй-теләй, илгә именлек килеүен яҡынайтыу өсөн тырыша-тырыша селтәр үрәбеҙ”, – ти Балтастың тынғыһыҙ, эш һөйөүсән ҡатын-ҡыҙҙары.

Балтас районы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

“Теләктәр теләй-теләй үрәбеҙ...”
“Теләктәр теләй-теләй үрәбеҙ...”
“Теләктәр теләй-теләй үрәбеҙ...”
“Теләктәр теләй-теләй үрәбеҙ...”
“Теләктәр теләй-теләй үрәбеҙ...”
“Теләктәр теләй-теләй үрәбеҙ...”
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: