

Саҡмағош районы хакимиәтенең йәштәр эштәре комитеты эргәһендә ойошторолған “Беҙ бергә” ирекмәндәр хәрәкәте ағзалары ярҙамға мохтаж һәр кемгә изгелек эшләргә әҙер.
Яңыраҡ йәштәр 101 йәшлек хеҙмәт ветераны, уҡытыусы Мөҙәйәнә Мөхәмәтғариф ҡыҙы Әминеваға ярҙамға килде, тип яҙа “Игенсе” гәзите. Оло баҡсаны күмәкләп сүп үләндәренән таҙарттылар, тәртипкә килтерҙеләр. Уңғандарға эш ҡарышамы ни! Ирекмәндәр ҡулы тейгәндән һуң баҡса ялт итеп ҡалды. Бөтәһенең дә күңеле күтәрелде, айырыуса Мөҙәйәнә Мәхәммәтғариф ҡыҙының йөҙө ҡояштай балҡыны. Ихтирам һәм күңел йылыһы кемгә килешмәһен!
Лиана Ханмурзина фотоһы.