

Йәй – тирә-яғыбыҙҙы төҙөкләндереү, йәмләү, йәшелләндереү өсөн иң ҡулайлы мәл. Хәйер, төҙөкләндереү эштәре Саҡмағош районында йыл әйләнәһенә дауам итә. Ауыл биләмәләрендә бөгөн айырыуса ҡыҙыу осор: сүп үләндәрен сабыу, ҡоймаларҙы буяу, күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр ултыртыу... Бындай мәшәҡәттәр һәр ауылда тиерлек етерлек, тип яҙа “Игенсе” гәзите.
Ауыл биләмә хакимиәттәре мөһим йүнәлештә ең һыҙғанып эшләй. Хәбәрсе Лиана Ханмурзинаның фотоларына күҙ һалып та, халыҡтың ниндәй ҙур теләк менән төбәктәрен матурлауҙа ҡатнашыуын күрергә мөмкин. Баш күтәрергә лә әмәлдәре юҡ...
Лиана Ханмурзина фотолары.