

Июнь айы башында Салауат ҡалаһының Губкин урамында барған ҡыҙыу эш бер кемде битараф ҡалдырманы.
Ҡаланың 75 йыллыҡ юбилейына рәссамдар Эльвира Хәлимова һәм Екатерина Волкова йорт фасадында “Бәүелсәктәге ҡыҙ” арт-объектын ижад итте. Архитектура ҡоролмалары стеналарындағы монументаль рәсем сәнғәте өлгөһөн мурал тип атайҙар.
Проект былтыр уҡ раҫланған булһа ла, эшкә быйыл тотонғандар. Киләсәктә тағы шундай муралдар ҡаланы биҙәйәсәк, тик ҡыҙҙар әлегә бөтә серҙе асырға ашыҡмай, тип яҙа “Выбор” гәзите.
“Объектта өсәү эшләнек, беҙгә 8-се торлаҡ идаралығы хеҙмәткәре Юрий Торгашов ярҙам итә, бик шәп егет! – ти ҡыҙҙар бер ауыҙҙан. –Люлькаларҙы мендереү һәм төшөрөүгә оҫта идара итә, беҙ ҡолап ҡуймаһын тип страховка сараларын етди күҙәтә. Ни өсөн муралды тап ошо йорт стенаһында эшләнек? Сөнки ҙур йорт йәйәүлеләргә лә, автомобилистарға ла яҡшы күренә. Эскиздар күп булһа ла, “Бәүелсәктәге ҡыҙ”ға туҡталдыҡ, сөнки ул еңеллеге, күтәренке кәйеф тыуҙырыуы менән оҡшаны.
Ҙур майҙанға һүрәт төшөрөүе бик ҡыйындыр, тип уйлайҙар. Беҙгә махсус ҡорамал ярҙам итә. Был юлы проектор ярҙамында эскизды стенаға төшөрҙөк, аҙаҡ буярға керештек. Фасад эштәрендә ҡатмарлы бер нимә лә юҡ. Буяуҙар яҡшы, ҡояшта уңмаһын, ел-ямғырға бирешмәһен өсөн һәйбәтен һайлайһың. Өс йыл буйы торған фасадтарыбыҙ бар, быныһы ла тәбиғәт көйһөҙлөктәренә бирешмәйәсәк.
Иң мөһиме, салауаттар беҙҙең эшебеҙгә битараф түгел, ҡаланың сағыуыраҡ, матурыраҡ була барыуына шатланалар. Хатта кәңәштәре менән ярҙам итеүселәр бар. Бер яҡташыбыҙ ҡош һүрәттәрен өҫтәүҙе үтенеп һораны, мотлаҡ эшләйәсәкбеҙ!
Бейеклектән нисек ҡурҡмайһығыҙ, тип ғәжәпләнәләр. Өс йыл эсендә күнектек, тәүҙә генә ҡурҡыта. Быйыл вышкала эшләүҙән баш тарттыҡ, люлькала эшләүҙе хуп күрәбеҙ, сөнки шунда уҡ ҙур күләмдә эште башҡарырға мөмкин. Бейеклектә эшләү буйынса ҡағиҙәләрҙе беләбеҙ.
Ҡала матурланған, яңы арт-объекттар барлыҡҡа килгән һайын һөйөнәбеҙ. Муралдар эргәһендә кешеләр йыш ҡына фотоға төшә, үҙенсәлекле сәнғәт өлгөләре күптәрҙе һоҡландыра. Ошоно күреп, яңынан-яңы монументаль рәсем сәнғәте эштәренә тотонаһы килә”, - ти ҡыҙҙар.
Алена Бизикина фотоһы.