Файҙалы эштәр йылы
18 Июнь 2023, 04:00

Халыҡ ошондай улдары менән ғорурлана

Ә яңыраҡ етәксе Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар хөрмәтенә стела әҙерләүгә заказ бирҙе...

Халыҡ ошондай улдары менән ғорурланаХалыҡ ошондай улдары менән ғорурлана
Халыҡ ошондай улдары менән ғорурлана

Тыуған ерҙе уның лайыҡлы улдары данлай. Шуларҙың береһе Федоровка районының “Маяҡ” йәмғиәте етәксеһе Сәғит Дәүләтбаев республика “Атайсал” проектын тормошҡа ашырыуға дәртләнеп тотондо.

Яңы Яуыш ауылына ингән ерҙә “Гүзәл илем – күркәм  ерем! Тыуған ауылым – изге төйәгем!” тип яҙылған баннерҙы һәм проект эмблемаһын тап Сәғит Дәүләтбаев эшләтеп ҡуйған да инде. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ауыл халҡы аяғында ныҡ баҫып тора, бында маҡсатлы һәм планлы рәүештә социаль мәсьәләләр хәл ителә, башҡорт милли мәҙәниәте, традициялар сәскә ата. Был эштәрҙе “Маяҡ” йәмғиәте етәксеһенән тыш күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын, тип яҙа “Ашҡаҙар таңдары”.

“Сәғит Әсғәт улы - көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ауылдаштарҙың ныҡлы терәге. Тыуған төйәгебеҙ тураһында хәстәрлекте ул үҙенең мөҡәддәс бурысы тип һанай”, – ти Бала-Сытырман ауыл биләмәһе башлығы Ғәҙел Ниғмәтуллин. Мәҫәлән, ул ауылдың “Ихлас” фольклор ансамбле өсөн костюмдар алыуҙа, Яңы Яуыштағы төрлө сараларҙы үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәтте. Ә яңыраҡ Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар хөрмәтенә стела әҙерләүгә заказ бирҙе. Башҡорт халҡы ошондай улдар үҫтереүе менән ысын күңелдән ғорурлана ала.

Фәнис Аҡсурин фотоһы.                                                     

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас