

Был егеттәрҙең маҡтаулы эштәре тураһында бик күп һөйләргә була. Өфө эшҡыуарҙары Радмир һәм Руслан Ғирфановтар Иглин районының Охлебинин ауылында 1913 йылда төҙөлгән балалар приютын яңыртырға ярҙам иткән. Иҫке ағас тәҙрәләр урынына заманса пластик тәҙрәләр барлыҡҡа килде, ҡыйыҡ яңырҙы, сарҙаҡ йылытылды, тип һөйөнәләр. Был эштәргә ун миллион һумдан ашыу аҡса талап ителгән, бөтә эш күләмен башҡарыу өсөн аҡса етешмәүе билдәле булғас, егеттәр Санкт-Петербургтағы билдәле “Алеша” хәйриә фондына мөрәжәғәт итә. Хәйер, улар бер бөгөн генә хеҙмәттәшлек итмәй, шуға күрә хәйриә фонды ярҙам ҡулын һуҙа. Быға тиклем дә, 2021 йылда, партнерҙар Баймаҡ үҙәк район дауаханаһы өсөн 13,6 миллион һумлыҡ медицина ҡорамалдары алып биргән. Был – Ғафаровтарҙың тыуған төбәге. Әсәләре ошо дауаханала 30 йылдан ашыу шәфҡәт туташы булып эшләгән, тип яҙа “Башинформ”.
“Беҙ Баймаҡта тыуып үҫтек, әле унда атай-әсәйебеҙ йәшәй. Бәләкәйҙән үҙаллы булдыҡ, хеҙмәткә өйрәндек. Бизнеста тәүге аҙымдарҙы яһауҙа атайыбыҙ булышты. Хәҙер уның үҙенә ярҙам итә алабыҙ. Атай-әсәйебеҙгә яҡшы тәрбиә биргәндәре өсөн ҙур рәхмәт!” - ти егеттәр.
Охлебинин приюты бинаһын ремонтлап бөткәндән һуң, егеттәр үҫмерҙәр өсөн Айғыр тауына поход ойоштороп, балаларҙың күңелен күрә.
Бына 11 йыл инде бер туғандар дәүләт һатып алыуҙары өлкәһендә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, социаль-әһәмиәтле объекттарҙы матди-техник яҡтан йыһазландырыу проблемалары яҡшы белә. Хәйриә ярҙамы өсөн объекттарҙы ентекләп һайлайҙар, тәү сиратта кемгә нығыраҡ ярҙам кәрәк икәнен асыҡлайҙар. Быйыл “Алеша” фонды аша улар приюттарға 18 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәткән.
Луганск Халыҡ Республикаһына ярҙамдары тураһында айырым әйтеп үтке килә. Егеттәрҙең тырышлығы менән Красный Лучтағы ”Возрождение” тип аталған инвалид балаларҙы социаль реабилитациялау республика үҙәгенең тәҙрә конструкциялары яңыртылған. Ҡаланың тағы бер социаль учреждениеһында тәҙрәләрҙән тыш, бина ҡыйығы яңыртылған. Йәмғеһе был эштәргә 11 миллион һумға яҡын аҡса тотонолған. Туғандар эштең барышын контролләү өсөн үҙҙәре Луганск респуликаһына бер нисә тапҡыр барып сыҡҡан.
Мохтаждарға ярҙам итеү идеяһы менән янып йәшәү кемдең башына тәү тапҡыр килгәндер, егеттәр уны хәтерләмәй. Иң мөһиме, үҙҙәренең белемен, тәжрибәһен ҡулланып, изге эштәр ҡылыу теләге берҙәм итә уларҙы.
Улар бөгөн яңы ҡыҙыҡлы проект өҫтөндә эшләй: Өфөләге мәҙәниәт мираҫы тип танылған Степановтар-Зориндар йорт-усадьбаһын һаҡлау мәсьәләһен хәл итәләр. Ҡыйыу, эшлекле егеттәргә уңыштар юлдаш булһын!
Фото: шәхси архивтан.