

Борай районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев, “Башҡортостан” доброволецтар полкының хәрби әҙерлек үткән Һамар өлкәһендә булып, тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан:
“Беҙ үҙебеҙҙең Борай егеттәре менән осраштыҡ. Уларға сираттағы гуманитар ярҙамды алып барҙыҡ, туғандарынан посылкалар, район халҡы һәм ойошмалары тарафынан хәрбиҙәрҙең ихтыяжын иҫәпкә алып әҙерләнгән әйберҙәрҙе тапшырҙыҡ. Шулай уҡ хәрбиҙәр менән уларҙы тулҡынландырған мәсьәләләр, көндәлек проблемалар, хәрби хеҙмәт хаҡында һөйләштек, уларға тәү сиратта нимә кәрәклеген белештек.
Шуныһы һөйөндөрә, егеттәр үҙҙәре алдына ҡуйылған бурыстарҙы ышаныслы башҡара, кәйефтәре күтәренке.
Беҙҙең дөйөм эшкә өлөшөн индергән һәр кемгә ҙур рәхмәт! Гуманитар йөктө тәү тапҡыр ғына яугирҙәргә илтмәгән Игорь Михайловҡа айырыуса рәхмәтлемен. Ул әлеге ваҡытта доброволецтар рәтендә хеҙмәт иткән атаһы менән күрешеү бәхетен татыны!
Беҙ бөтә йөрәгебеҙ менән яҡташтарыбыҙ янында, улар менән ғорурланабыҙ һәм өйгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын көтәбеҙ!”
Фото:VK.com