Имтияз ауылы юҡҡа сыҡҡан, әммә...

Мансур Кәримов Атайсалына тоғро ҡала

Имтияз ауылы юҡҡа сыҡҡан, әммә...Имтияз ауылы юҡҡа сыҡҡан, әммә...
Имтияз ауылы юҡҡа сыҡҡан, әммә...

Нуриман районының Иҫке Бирүс ауылынан яҡынса биш километр алыҫлыҡта элек Имтияз ауылы булған. Йылдар үтә, әммә ошо ауылдан сыҡҡан кешеләр үҙҙәренең бәләкәй Ватанын онотмай: бында киләләр, йыйылалар, сүп-сар йыйыу буйынса өмәләр үткәрәләр, зыяратҡа баралар, ҡәберҙәрҙе таҙарталар.

Былтыр йәй ауылдаштар осрашыуын үткәргәндәр. Имтияздар тыуған ерҙәрен күрһәтеү өсөн балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен һәм хатта бүлә-бүләсәрҙәрен алып килгән.

Имтиязда тыуып үҫкән Мансур Кәримов Нурман районында күп изге эштәрҙе ғәмәлгә ашырған. “Атайсал” проектына ярашлы, ул элекке Имтияз ауылы эргәһендәге быуаны төҙөкләндәргән, ауыл зыяратын кәртәләгән. Мансур Ислам улы “Бер ҡасан да Атайсалыңды онотма!” саҡырыуы буйынса йәшәй.  


Фото: vk.com/ataysalrb

Имтияз ауылы юҡҡа сыҡҡан, әммә...
Имтияз ауылы юҡҡа сыҡҡан, әммә...
Имтияз ауылы юҡҡа сыҡҡан, әммә...
Имтияз ауылы юҡҡа сыҡҡан, әммә...
Имтияз ауылы юҡҡа сыҡҡан, әммә...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас