

Бөрйәндән Фәрзәт Ҡаһарманов сәхифәһендә үҙенең яҡташы, тиҫтере Фәнзил Әхмәтов тураһында бик йылы яҙма ҡалдырған. Был ағай даими рәүештә ауылы тирәһен сүп-сарҙан таҙарта икән.
"Видеолағы юл күптәргә таныштыр ҙа, бәлки. Ҡәҙимге "дыһырҙаҡ" Бөрйән юлдары инде, видеоға төшөрөрлөк бер нимәһе лә юҡ, тиерһегеҙ. Тик юл ситендәге таҙалыҡ һәр кемдең иғтибарын йәлеп итәлер. Бында кешеләр тарафынан ташланған ҡыйҙың юҡлығын ғына түгел, хатта ҡолаған ағас, йәки һынып, өҙөлөп төшкән ботаҡты ла күрмәҫһең. Иғтибарлыраҡ ҡараһаң, юлдан алыҫта күҙгә лә салынмаҫлыҡ бәләкәй генә ағас өйөмдәрен күрергә була.
Ҡуян (Нәби) ауылына тура төшкән юлды шул ауылда йәшәгән туғыҙ бала атаһы Фәнзил Әхмәтов яңғыҙы таҙалаған. Юл таҙалау бер юлы ғына башҡарылмаған, яйлап, йәй буйы, ҡайҙалыр китеп барышлай, йә ҡайтып килгәндә башҡарылған.
Фәнзилдең һөйләгәненән: "Мин тик тора алмайым шул. Таҙалыҡҡа килгәндә, әрмҽ өйрәтте индҽ ул. Бҽрлин янында булдым бит, ундағы таҙалыҡҡа бҽр килкҽ өйрәнә алмай йөрөнөк. Бҽр нисә йыл элҽк Өфөлә урам һепереүсе булып та эшләп алдым әлҽ. Дүрт йорттоң эргә-тирәһҽн ялтыратып ҡуя торғайным, шунда йәшәгән кешеләр сәйгә саҡырып ала торғайны.
Бер мәл командировкаға ҽбәрҙҽләр, Салауат һәйкәлҽн таҙаларға. Шунда түшәлгән квадрат плитәләр араһына үлән үҫҽргә тҽйҽш түгҽл икән. Көнө буйы бармаҡ мҽнән йолҡоп ултырҙым. Хакимиәт кҽшҽләрҽ ҡырҙан ҡарап йөрөгән икән, шулай бҽр көн эсендә Рәхмәт хаты алдым.
Шулай, таҙалыҡҡа, матурлыҡҡа ни ҽтә! Алла бойорһа, һау булһам, бер йылдан ауыл тирәһен таҙалап бөтәм. Матур итҽп туҡталҡа эшләп ҡуйырға ла иҫәп бар, әйҙә ултырып ял итҽп китһҽндәр. Матур ҽрҙә йәшәйбҽҙ, Аллаға шөкөр, шул матурлыҡты тағы ла матурайтам, үҙҽм өсөн, халыҡ өсөн. Эйҽ, бҽр көндә гҽнә эшләп бөтөп булмай, көн дә таҙалар кәрәк".
...Фәнзил минән бер йәшкә генә кесе. Бала саҡта Ҡуян ауылына барғанымда уның менән күрешеп йөрөй торғайныҡ. Әле Наилә килен менән күп итеп картуф, йәшелсә үҫтереп һаталар. Ихаталарында таҙалыҡ, бөхтәлек - һәр нәмә үҙ урынында, хатта үҙебеҙҙең аҡландарҙа үҫкән ябай үләндәрҙән дә түтәлдәр эшләп ҡуйғандар.
Күптәребеҙ, шул иҫәптән мин дә, һәр ҡыбырҙаған хәрәкәтебеҙҙе интернетҡа һалып барабыҙ. Ә кемдер доньяға яр һалмай, берәүгә лә бәлә һалмай, шым ғына донъябыҙҙы таҙарта. Фәнзил кеүек кешеләр бысраҡ донъяла йәшәй алмай. Унан өлгө алып, тәбиғәтебеҙҙе бысратмайыҡ", - тип яҙған Фәрзәт ағай.
Афарин, Фәнзил ағай! Шундай кешеләр менән йәмле еребеҙ.
Фото: https://vk.com/id611072164