

Былтыр Тәтешле районының, нигеҙҙә, удмурттар йәшәгән Иҫке Балтас ауылының тормошо, халҡының көнитмеше менән танышып, үҙебеҙ өсөн һөйөнөслө асыштар яһап ҡайтҡайныҡ. Ауыл уртаһында бына тигән спорт һәм балалар майҙансығы менән һоҡланыуҙан бигерәк, беҙҙе бик һирәк күренеш – ауылда тынлы оркестр булыуы хайран иткәйне. Түбәнге Балтас ауыл биләмәһе башлығы Эдуард Борхан улы Рәхимйәнов үҙҙәренең “Айыҡ ауыл” конкурсына ҙур дәрт менән әҙерләнеп, 2021 йыл һөҙөмтәһе буйынса беренсе урын алыуҙарынан ҡәнәғәт булыуҙарын һөйләне.
Инеш ҡороһа, даръялар ҙа кибә
Ә бит унан алдағы йылда ғына Шулған ауылы, конкурста әүҙем ҡатнашып, маҡтаулы өсөнсө урынға лайыҡ булды. Яҡшы ғәмәлдәр ҙә шулай “йоғошло” була икән. Ауыл биләмәһе башлығының егәрле, тынғыһыҙ аҫыл зат вәкиле булыуын да әйтеп үтәйек. Ынйы Рәфил ҡыҙы Бәҙертдинова оло ауылдың төҙөклөгө, йәме, социаль инфраструктураһы, тәртибе, йәнә яҡташтарының сәләмәт тормошо өсөн дә үҙен яуаплы тоя.
Бәйгеләрҙә ҡатнашыу мөбәрәк эш булһа, еңеп сығыу – үҙе бер егетлек. Өҫтәүенә, дәртләндереү сараһы ла бар, шуға күрә Иҫке Күрҙем ауыл биләмәһе башлығы Лариса Нисапованан был миллиондарҙы ниндәй маҡсатта тотонасаҡтарын ҡыҙыҡһындыҡ. Шуныһын да хәтергә төшөрәйек: “Айыҡ ауыл” проекты Башҡортостан Башлығы Гранты аҡсаһына тормошҡа ашырыла.
– Әйҙәгеҙ, улайһа, Хәҙрәт шишмәһенә! – тине Лариса Хәмис ҡыҙы.
Бына беҙ ауылдың ғына түгел, райондың йөҙөк ҡашы булырлыҡ, үҙендә әллә күпме тарих серҙәрен һаҡлаған ете улаҡлы Хәҙрәт шишмәһе эргәһендә. Ғәжәп матур тәбиғәт мөйөшө. Бында байтаҡ төҙөкләндереү эше башҡарылған, юлдар һалынған, баҫҡыстар эшләнгән.
– Әммә уны теләгән һәр кем рәхәтләнеп ял итерлек уңайлыҡтар тыуҙырыу өсөн байтаҡ сығым талап ителә, – ти Лариса Хәмис ҡыҙы. – Халҡыбыҙ өсөн иҫтәлекле урын ул. Билдәле шағир, мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң улы, башҡорт әҙибе, дин әһеле Ғарифулла Кейековты ауылдаштары “Ҡыҙыл хәҙрәт” тип тә йөрөткән. Балаларҙы уҡытыу өсөн Иҫке Күрҙемдә мәҙрәсә асҡан, аң-белем таратыу менән бергә ауылда йәшелсә, еләк-емеш үҫтереү, йылға-күлдәрҙе таҙа тотоу эштәрен хәстәрләгән абруйлы шәхес, мәғрифәтсе хөрмәтенә ауыл эргәһендәге ете күҙле шишмәне “Хәҙрәт шишмәһе” тип атағандар. Белеүебеҙсә, Ғарифулла Кейеков, йыл һайын май айында халыҡты ошо шишмә янына йыйып, итәғәтлек, инсафлыҡ, миһырбанлыҡ, сәләмәтлекте һаҡлау тураһында вәғәздәр уҡып, ауылдаштары араһында аң-белем таратырға тырышҡан.
Ауыл биләмәһе башлығы ошо тәбиғәт хазинаһына бәйле, шишмәнең ете күҙенә ҙур мәғәнә биреп, ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа, ауыҙҙан-ауыҙға йөрөп киң таралған халыҡ ижады менән таныштырҙы. Ундағы зиһен тәрәнлегенә иҫең китер! Бына тыңлағыҙ: “Батыр булайым тиһәң – беренсе күҙенән эс, матур булайым тиһәң – икенсе күҙенән, аҡыллы булайым тиһәң – өсөнсө күҙенән, бәхетле булайым тиһәң – дүртенсе күҙенән, ҡул-аяғың һыҙлауһыҙ булһын тиһәң – бишенсе күҙенән, ҡайғы-хәсрәт ябырылмаһын тиһәң – алтынсы күҙенән, һөйгәнеңдән һөйөлгөң килһә – етенсе күҙенән. Ә инде шишмәнең йыр сыңын ғүмерҙә лә онотмайым тиһәң, ете күҙе бергә ҡушылған ерҙән эс”.
Йылғаларҙы ғына түгел, даръяларҙы тулыландырған инештәр тылсымлы көскә эйә, күрәһең. Шуға күрә ауылдаштарҙың Хәҙрәт шишмәһен әлегәсә ҡәҙерләп тәрбиәләүҙәре, йыл һайын изге йоланы үтәп, 14 майҙа сөхбәт йыйыны үткәреп, тәбиғәт мөйөшөн, изге сығанаҡты тәртипкә килтереү менән бергә күңелдәрен дә яңыртыуы ғәжәп түгел. Уның эргәһендә төрлө йыйындар, милли уйындар үтә, дини һәм донъяуи йолалар башҡарыла.
Эш бар, йәшәргә була!
Күрҙем ауыл биләмәһе – районда иң ҙурҙарҙың береһе. Тимәк, хәл ителергә тейешле мәсьәләләр ҙә, үтәләһе бурыстар ҙа күп. Һигеҙ ауылды берләштергән ауыл биләмәһендә ике меңгә яҡын кеше йәшәй. Уларҙың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып, тормоштары менән ҡыҙыҡһынып, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙыр өсөн ваҡыт та, теләк тә, өлгөрлөк тә кәрәк. “Ҡатын-ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ, береһе һүнһә, икенсеһе яныр”, тигәндәй, оло эште артмаҡлаған Лариса Хәмис ҡыҙы вазифаһының ҡатмарлығына зарланмай. Уның өсөн иң мөһиме – етәкселек бурысын, яуаплылығын тәрән аңлап эш итеү. Көн буйы хәбәрселәр менән бер нисә ауылда, мәктәп, музей, ғаиләләрҙә булып, ҡиммәтле ваҡытын сарыф иткән башлыҡ һис үкенес белдермәне, “халыҡ менән аралашҡанда мин дә үҙ эштәремде, йомоштарымды үтәп йөрөйөм. Үтенестәренә ҡолаҡ һалам, ауыл хакимиәтенең бурысы кешеләр тураһында хәстәрлек күреү бит. Бына һеҙҙең менән улдары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ғаиләләр, балаларҙың йәйге лагерҙағы ялы, күп балалы ғаиләләр тормошо, халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың һәм танылған йырсыбыҙ Хәниә Фәрхиҙең музейҙары менән таныштыҡ, мәғрифәтсе Ғарифулла Кейековтың быйыл асылған һәйкәлендә булдыҡ, халыҡ менән аралашыу мәлендә күңелемә теркәп ҡуйған һорауҙар ҙа барлыҡҡа килде”, – тине.
– Беҙҙә ярҙамсыл, игелекле кешеләр ифрат күп. 2023-төң “Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы” тип иғлан ителеүе уларҙың һанын тағы арттырҙы. Шәхси эшҡыуар Камил Ибәтуллин ауылдарҙы төҙөкләндереүгә ҙур көс һала, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә гуманитар ярҙам ойоштороуҙа ихлас ҡатнаша, уның тырышлығы менән шишмәләр төҙөкләндерелә, юлдар ремонтлана. Ғөмүмән, төбәгебеҙҙе үҫтереү, матурлау өсөн өлөш индергән шәхси эшҡыуарҙарыбыҙға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Бына тигән таянысым бар, ауыл хакимиәте коллективы, депутаттар, ауыл старосталары менән бергә кәңәшләшеп эшләйбеҙ.
Ауылдарыбыҙҙың төҙөклөгө, халыҡтың мәшғүллеге тап уларҙың булышлығында хәл ителә. Төрлө файҙалы программаларҙа ҡатнашып, урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһен хәл иттек, балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөлдө. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ярҙамында Иҫке Күрҙем урта мәктәбенең тәҙрәләре яңыртылды, балалар баҡсаһына ремонт эшләнде, янғын һүндереү машинаһы, мобиль янғын комплексы алынды, Ташкент урамы төҙөкләндерелде.
Лариса Хәмис ҡыҙы “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Аныҡ эштәр” проектына таянып, халыҡты ойоштороп, Граждандар һуғышында һәләк булғандарҙың туғандар ҡәберлегендә тәртипкә килтереп ҡуйылған обелиск менән таныштырҙы. “30-40 кеше ерләнгән был урын, ағас баҫып, ташландыҡ хәлдә ҡалғайны. Хәҙер бында сәскәләр үҫә. Депутаттар тәҡдиме менән әүҙем эшкә тотондоҡ, өмәләр гөрләп уҙҙы”, – тип халыҡтың ярҙамсыллығына, берҙәмлегенә ҡәнәғәтлеген белдерҙе етәксе.
Тәтешлеләр өмөттө аҡлай
Былтыр декабрь айында Күрҙемдә яңы балалар баҡсаһы асылыуы халыҡ өсөн ҙур бүләк булған. Ауылдарҙың киләсәге тап шул сабыйҙарҙан башлана бит. Әммә байтаҡ етди бурыстар ҙа хәл итеүҙе көтә.
– Эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе иң ҡатмарлыһылыр, моғайын. Әле ауыл биләмәһе буйынса Иҫке Күрҙемдәге урта мәктәп, балалар баҡсаһы һәм егермеләп шәхси йорт ҡына һыу үткәргескә тоташтырылған. Башҡа шәхси хужалыҡтар үҙ ҡойоларынан, шишмәләрҙән һыу ала. “Боҙ ҡуҙғалды”, тиергә ерлек бар, әлбиттә. “2023–2027 йылдарға коммуналь инфраструктураны яңыртыу” төбәк программаһына заявка бирелде, ыңғай хәл ителеренә өмөтләнәбеҙ, – ти хакимиәт башлығы.
4-се нефть һәм газ сығарыу идаралығы урынлашҡан Иҫке Күрҙемдә нефтселәр менән мөнәсәбәттәрҙең нисек булыуы ла ҡыҙыҡһындырҙы.
– Ойошма беҙҙең 100-ҙән ашыу ауылдашыбыҙҙы эш менән тәьмин итә. Биләмәләге юлдарҙы ремонтлауҙа, техника менән ярҙам итеүҙә теләктәшлек тоябыҙ. Әлегә ауыл биләмәһендәге һигеҙ ауылдың береһендә, Иҫке Күрҙемдә, генә газ үткәрелгән. Ҡалған ауылдар халҡынан зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу буйынса ғариза һәм башҡа документтар йыйылып, тейешле органдарға тапшырылды. Йорттарға газ килеүен халыҡ сабырлыҡ менән көтә, – ти етәксе.
Яңы Механизаторҙар урамында 30-ҙан ашыу ишле ғаиләгә ер биләмәләре бүлеп бирелгән, сит өлкәләрҙә, Себер тарафтарында йәшәгән ауылдаштар ҙа тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнә. Иҫке Күрҙем көндән-көн матурыраҡ, күркәмерәк була бара.
– 2018 йылда “Башҡортостандың иң матур ауылы” конкурсында өсөнсө урынды алыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм артабан да бәҫебеҙҙе төшөрмәү, тормош сифатын яҡшыртыу, йәш быуынға тарихи иҫтәлек ҡалдырыу өсөн көс һаласаҡбыҙ. Барыһы ла халыҡтың ошо эштәрҙе дәррәү күтәреп алыуына, берҙәмлегенә бәйле, – тине күрҙемдәр.
- Динә АРЫҪЛАНОВА
Тәтешле районы

