Файҙалы эштәр йылы
1 Август 2023, 05:39

Йәшлек дәртен йәнтөйәкте матурлауға йүнәлткән

Бағыусылар тыуған яҡҡа ярҙам итә.

vk.comvk.com
Фото: vk.com

Марат Яхин Бишбүләк районының Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылында тыуып үҫкән. Ул ике тапҡыр Өфөгә йәшәргә киткән, әммә тыуған ере уны үҙенә тартҡан. 2019 йылдан Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булып эшләй.   

Йәш етәксе тәүге көндәрҙән үк ең һыҙғанып эшкә тотонған. Ошо ҡыҫҡа ваҡытта дүрт шишмәне төҙөкләндергәндәр, тағы ла икәүһен тәртипкә килтерергә йыйыналар. Быйыл Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә һәйкәлдәрҙе яңыртыу эше алып барыла. Ҡыҙыл Армия һалдаттарының һәйкәлен яңыртҡандар. Ауыл урамдарына асфальт һәм ҡырсынташ түшәлгән. Йәйәүлеләр күперен ремонтлағандар, шулай уҡ күперҙәрҙе буяп сыҡҡандар. Һабантуй яланына электр уты һуҙғандар. Үрҙә телгә алынған барлыҡ эште бағыусыларҙың матди ярҙамы иҫәбенә атҡарғандар.

Шулай уҡ ауылда һабантуй байрамын да тергеҙгәндәр, быйыл дүртенсе тапҡыр үткәрәләр.  Йәш етәксе белдереүенсә, ауыл урамдарын яҡтыртыу ҡорамалдарын яңыртҡандан һуң, электр утына түләүҙәр кәмегән: 2019 йылда – 270 мең һум, былтыр 70 мең һум түләгәндәр.  

Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл биләмәһе халҡы махсус хәрби операциялағы егеттәребеҙгә гуманитар ярҙам йыйған һәм “УАЗ” автомобиле һатып алған. Марат Ринат улы уны үҙе алып барып тапшырған.

Йәш етәксе киләсәктә лә ауылдаштары менән ошолай дәртләнеп эшләр, яңы үрҙәр яулар.

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас